Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Хыялдар тормошҡа ашҡанда...
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Кесе йома, 27 июнь 2013
Хыялдар тормошҡа ашҡанда...
ХХ быуаттың иң мәшһүр, заманында бөтә донъяны тетрәткән әҫәр — А. Хачатуряндың “Спартак” балетының премьераһы хаҡында гәзиттә хәбәр ителгәйне инде. Ысынлап та, ул мәҙәни тормошобоҙҙа иҫтәлекле ваҡиға булды.
Спартак ихтилалы беҙҙең эраға тиклем була, әммә баш-баштаҡлыҡҡа, золомға ҡаршы көрәшеү темаһы бөгөн дә көнүҙәк яңғырай, шуға ла хәҙерге заман ерлегенә күсерелеп, тамашасы күңелендә тәрән эҙ ҡалдыра. Был балет-драма, иң элек 1968 йылда Ҙур театрҙа сәхнәләштерелеп, Юрий Григоровичтың ҡуйылышында киң танылыу яулай. Уны бәләкәйҙән телевизор аша ҡат-ҡат ҡарағанда, Өфөлә берәй заман күрермен, тип һис кенә лә уйламағайным. Был мөмкин дә түгел ине: В. Васильев, Е. Максимова, М. Лиепа кеүек данлыҡлы артистарыбыҙ күберәк сит илдәрҙә сығыш яһаны, ә уны үҙебеҙҙең театрҙа ҡуйыу хәлдән килмәй ине. Башҡортостан тамашасыһына 1981 йылда Өфөгә гастролгә килгән “Хореографик миниатюралар” труппаһы башҡарыуында был балет өҙөктәрен Л. Якобсондың стилизациялы ҡуйылышында һәм 25 йыл элек Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында шулай уҡ был балеттың айырым сәхнәләрен Н. Маркарьянц сәхнәләштереүендә генә күреү насип булғайны. Балет артистарын үҙебеҙҙең республикала тәрбиәләү һәм шөһрәтле балетмейстер, хореограф Ю. Григорович менән театрҙың хеҙмәттәшлек итеүе “Спартак”ты Өфөлә ҡуйыу тураһында һүҙ сығарырға мөмкинлек бирҙе. Оҙаҡ ҡына баш тартҡандан һуң, балетмейстер, бер йыл элек үҙе ҡуйған “Корсар” балетының премьераһынан һуң, рәссам С. Вирсаладзе сценографияһының мотлаҡ булыуы шарты менән быға ризалаша һәм эште башлар өсөн баш ҡалабыҙға үҙенең ассистенттарын — Олег Рачковский менән Ольга Васюченконы ебәрә. Бер миҙгел тиерлек барған көсөргәнешле эш иҫ киткес зауыҡлы тамаша менән тамамлана, премьера көндәрендә генә түгел, спектаклде тапшырғанда ла (прогондарҙа) театр шығырым тулы була. Ю. Григорович ҡуйылышының ҡаҙаныштары күптән инде билдәле: музыканың фантастик тәьҫир итеү көсөнән тыш, ул — яңыса төҙөлгән талантлы драматургия һәм һан яғынан да, сифат яғынан да көсәйтелгән ир-егеттәр кордебалеты. Был ҡуйылышта ирҙәр бейеүе тотош азатлыҡ өсөн көрәштең символына әүерелә. Ғөмүмән, балетта бөтә персонаждар ҙа бейей (ә уғаса улай түгел ине), хатта яу, алышыу сәхнәләре лә тик бейеү аша ғына кәүҙәләндерелгән. Хореографияның һәм музыкаль партитураның ни тиклем ҡатмарлы икәнен әйтеп тораһы ла юҡ. Шуға ла театрыбыҙ ҡуйған спектаклдә мин ике үҙенсәлекте айырып үтер инем: 1. Ир-егеттәр кордебалетының бөтә көс һалып эш итеүен, оҫталыҡтың яңы юғарылыҡҡа күтәрелеүен, бер үк бейеүселәрҙең спектакль дауамында ҡат-ҡат сисенеп-кейенеп, фажиғәле ҡолдар, гладиаторҙар булып та, фашистарҙы хәтерләткән легионерҙар образында ла, күңел асып ҡына көн үткәргән патрицийҙар ролендә лә тиҙ генә сәхнәгә сығыуҙарын. 2. Был балеттың музыкаһы — үҙе үк үҙаллы монументаль бер симфоник туҡыма. Оркестрҙы бөтөнләй танырлыҡ түгел: тулы составлы булмаһа ла, ул героик пафосты ла, лирик өҙөктәрҙе лә, һәр персонаждың хистәрен, күңел кисерештәрен сағылдырған музыканы еренә еткереп яңғырата. Дирижер — Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Герман Ким. Өс репетицияны Петербург дирижеры Андрей Аниханов үткәргән һәм музыканттарҙа иң яҡты иҫтәлектәр ҡалдырған. Инде төп башҡарыусылар хаҡында әйтергә кәрәктер. Иң ҡыуаныслыһы: шул тиклем ҡыйын “Спартак” балетын башҡарырлыҡ, уны тура мәғәнәлә үҙ иңдәрендә күтәреп сығарырлыҡ бейеүселәребеҙ беҙҙә бар! Таныш булығыҙ: үҙебеҙҙең Спартак — Көйөргәҙе районының Яҡшембәт ауылы егете Рөстәм Исхаҡов. 15 июндә уға ни бары 21 йәш тулды. Асылда, балетҡа көслө һәләте булған кешеләр тормошта бик һирәк осрай. Рөстәмдә иһә тейешле ҡиәфәт тә (оҙон буйлы, һомғол, көслө), эске сифаттар ҙа (хисле, уйланыусан, ҡыҙыҡһыныусан, тырыш) берләшкән. Үҙенең ҡеүәтле матур һикереүҙәре һәм ут сәсрәтеп торған өйөрөлөүҙәре менән ул сәхнәгә сыҡҡас та тамашасыны әсир итте. “Спартак образы тураһында хореография училищеһында уҡығанда уҡ хыяллана инем, — ти ул. — Был балет яҙмаларының төрлө-төрлө сәхнәләштереүҙәрен, төрлө башҡарыусыларын ҡарап бөттөм, Спартак ихтилалы хаҡында күп уҡыным, уйландым”. Ике йыл элек училищены тамамлағанда, ул үҙе теләп актерлыҡ оҫталығы имтиханында Спартак монологын да башҡарғайны, шулай уҡ Р. Нуриев исемендәге фестивалдең гала-концертында ла сығыш яһап, үҙенә балет артистарының иғтибарын йәлеп иткәйне. Театрҙа ике йыл эшләү осоронда Рөстәм ярайһы уҡ ролдәр ҙә башҡарған: “Аҡҡош күле”ндә һәм “Йоҡоға талған һылыу”ҙа — Принц, “Ете һылыу”ҙа — Бахрам падишаһ, “Дон Кихот”та — Эспада. Былтыр “Корсар” балетында ул үҙенең уҡытыусыһы — Башҡортостандың халыҡ артисы Елена Фомина менән премьерала төп Конрад партияһын башҡарҙы. “Спартак”, әлбиттә, уның тормошонда ла, бөтә театр тормошонда ла — өр-яңы баҫҡыс, уны бығаса бейегән бер балет менән дә сағыштырып булмай. Бер үк уңыш менән ул героик күмәк сәхнәләрҙә ҡолдарҙың башлығы, адажиоларҙа республикабыҙҙың атҡаҙанған артисы Валерия Исаева менән һөйгән йәр, монологтарҙа ҡоллоҡ хәсрәтендә янған һәм иреклек тураһында хыялланған көслө ихтыярлы кеше булып та сығыш яһаны. Бөтә ауырыу-һыҙланыуҙарын, репетицияларҙа бер юлы ике состав менән эшләү ҡыйынлыҡтарын еңеп, был егет спектаклдең ысын мәғәнәһенә иң ҙур асышына әйләнде. Тәкәббер, яуыз Рим полководецы Марк Красс ролендә сығыш яһаған Олег Шәйбәков менән Илнур Ғәйфуллин был образды үҙенсә асыуға өлгәште, икеһе лә техник һәм артислыҡ йәһәтенән әҙерлекле. Ә шулай ҙа трактовкаһы буйынса миңә яҡыныраҡ күренгәне Ғәйфуллин булды, Шәйбәковҡа иһә әлегә ниндәйҙер кимәлдә эске һәм тышҡы йыйнаҡлыҡ, хатта аристократлыҡ һыҙаттары етешмәй. Уларҙың партнершалары — гүзәл куртизанка Эгина ролендә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлсинә Мәүлекәсова менән республикабыҙҙың атҡаҙанған артисы Ирина Сапожникова уңышлы сығыш яһап, спектаклдең иң мауыҡтырғыс, кульминацион сәхнәләрен динамика, ләззәт экспрессияһы менән тулыландыра алды. Шулай итеп, был балеттың бөтә ҡатмарлы компоненттары ла әле бер бөтөн булып берләште, һәм киләсәктә ул репертуарҙың иң популяр, иң үтемле спектакленә әйләнмәксе. 86 йәшлек Юрий Григорович Өфөгә килеп башҡорт артистарына фатиха биргән икән, бейеүсе өсөн бынан да юғарыраҡ бәхет юҡтыр! Тағы ла: был башҡорт балетының ҙур мөмкинлектәре тураһында һөйләгән беҙҙең өсөн иң ҡыуаныслы факт түгелме ни? Тик шуныһы: киләһе миҙгелдән алып опера театры реконструкцияға ябыла. “Спартак” һәм башҡа спектаклдәрҙең сәхнә яҙмышы нисек булыр?
Автор: Гөлназ ГАЛИНА.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Шишәмбе, 06 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө