1 март көнө Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры «Хыялый» лирик комедияһын талантлы актер, йырсы һәм режиссер Арыҫлан Йәнбәковтың яҡты иҫтәлегенә арнай. Салауат Әбүзәрҙең әҫәре буйынса был спектаклде А. Йәнбәков 2010 йылда сәхнәгә сығарғайны.