Салауат Әбүзәрҙең һоҡланғыс шиғыр-поэмаларын, хикәйәләрен гәзит-журнал биттәрендә уҡып торабыҙ. Ике йыл элек Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында уның «Хыялый» пьесаһы буйынса йәш режиссер Арыҫлан Йәнбәков ҡуйған спектаклде ҡарап ҡыуанғайныҡ. Был спектакль бөгөн дә аншлаг менән бара, йәше лә, ҡарты ла эркелеп йөрөй.
Салауат Әбүзәр был әҫәрҙең дүрт варианты яҙылыуы тураһында әйткәйне бер саҡ. Мәҫәлән, “Хыялый”ҙың икенсе вариантын Сибай башҡорт дәүләт драма театрында күренекле режиссер Дамир Ғәлимов сәхнәләштерҙе.
Яңыраҡ тағы бер һөйөнөслө хәбәр ишеттек. М. Фәйзи исемендәге Ырымбур татар дәүләт драма театрында «Хыялый»ҙың премьераһы булған икән. Уны билдәле режиссер Булат Хәйбуллин сәхнәгә ҡуйған. Булат ағайға шылтыратып: «Премьера нисек үтте?» — тип һораныҡ.
«Бик шәп үтте, — тине ул. — Ике көндә лә тамашасы менән зал шығырым тулы булды. Алҡыштарға күмделәр. Был әҫәрҙең беҙҙең театрыбыҙҙа ла ғүмере оҙон булыр тип уйлайым. Ә инде автор менән киләсәктә лә хеҙмәттәшлекте өҙмәҫбеҙ. Уның яңы пьесаларын ырымбурҙар тағы ла күреп ҡыуаныр әле». Амин, шулай булһын!
Шатлыҡ өҫтөнә шатлыҡ, тигәндәй, Салауат Әбүзәрҙең пьесалары Татарстандың Яр Саллы татар дәүләт драма театрында, үҙебеҙҙең Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында әҙерләнеүен беләбеҙ. Башҡа театрҙар ҙа битараф ҡалмаҫ, моғайын. Былтыр, мәҫәлән, авторҙың «Әсир» тигән пьесаһы драматургтарҙың республика конкурсында еңеү яулағайны. Был драма буйынса ҡуйылған спектаклде лә күрергә насип булыр, тип өмөтләнәйек.