Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
ХӘТЕР – МӘҢГЕЛЕК!
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Кесе йома, 30 апрель 2015
ХӘТЕР – МӘҢГЕЛЕК!
28 апрель көнө Республиканың Хәрби дан музейында Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына, Бөйөк Ватан һуғышы йылдары хәтирәләренә, халҡыбыҙҙың фронтта күрһәткән ҡаһарманлығына, тылдағы ҡот осҡос шарттарҙа йәшәүселәрҙең фиҙаҡәр хеҙмәтенә бағышланған китаптарҙың (ә уларҙың барлығы өс тиҫтәнән ашыу) исем туйы үтте.
Изге сараны З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте ойошторҙо. Унда авторҙар, һуғыш һәм тыл ветерандары, әҫәр геройҙары, музей ҡунаҡтары һәм мәктәп уҡыусылары ҡатнашты.
Икенсе Донъя һуғышы кешелек тарихында иң ҡурҡынысы, иң аяуһыҙы булған. Совет халҡы бик имәнес көстө – фашизмды еңеп сыға алған. 1945 йылдың 9 майы Бөйөк Еңеү көнө һанала. Был дата бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Һәр кеше беҙҙең өсөн, ғәзиз Ватаныбыҙ өсөн, тыныслыҡ өсөн көрәшеүселәрҙе белергә, мәңгелек хәтерҙе һаҡларға һәм ҡәҙерләргә тейеш. Бындай золом бүтән ҡабатланмаһын өсөн.
Сарала һуғыш ветераны, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Суфиян Поварисов, яҙыусылар Әмир Әминев, Сабир Шәрипов, Фәрит Вәхитов, шағирәләр Рәшиҙә БИК һәм Зөһрә Ҡотлогилдиналар сығыш яһаны. Ә сараға ошо китап геройҙары, бала саҡтары һуғыш йылдарына тура килгән инәйҙәрҙең саҡырылыуы тағы ла йәм өҫтәне. Зөһрә Ҡотлогилдина һәр береһенә китабын бүләк итте. Бит ташҡа баҫылған – мәңгелек…
Эйе, беҙҙең хәтер ҙә – мәңгелек!
Сығанаҡ: "Шоңҡар" журналы сайтынан.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө