Хәтер вахтаһы

Хәтер вахтаһы
,,Хәрби Дан" музейында Бөйөк Еңеү байрамы уңайынан күркәм сара уҙҙы. Унда Ватан һаҡлап йәнен аямаған оло быуын вәкилдәре менән заман йәштәре осрашты. Ватан ҡайҙан башлана? Һорау күптәрҙе борсой. Ҡайһы берәүҙәр уға ғүмер буйы яуап эҙләй. Әммә әлеге осрашыуға килгән йәштәр тыуған илен яратҡан, ата-бабалар аманатын ихтирам күрһәткәндәрҙән булып сыҡты. Улар алдында һуғыш ғәрәсәте аша үткән ветерандар ялҡынлы телмәр тотто.
Утты-һыуҙы кискән сал сәсле яугирҙарҙың бар теләге һуғыштың яңынан ҡабатланмауы. Үткәндәрҙән һабаҡ алыу мөһим тигән фекерҙә улар. Еңеү өсөн ниндәй хаҡ түләнгәнен үҙҙәре кисергәндәр бик яҡшы аңлай.
Ветерандар сафы йылдан-йыл һирәгәйә, шуға ла бындай осрашыуҙар оло әһәмиәткә эйә. Айырыуса йәш быуын өсөн. Шанлы йылдарҙың тере шаһиттары менән аралашыу үҙе ҙур бәхет, ти сарала ҡатнашыусылар.
,,Хәрби Дан" музейының өлкән ғилми хеҙмәткәре Фәрит Вахитов әйтеүенсә, йәш быуын менән ололарҙы осраштырыу быуындар күсәгилешлеген тәьмин итеү менән бер.

Сара концерт номерҙары менән дә үрелеп барҙы. Мәктәп уҡыусылары ветерандарҙы һуғыш йылдарындағы йырҙар менән ҡыуандарҙы.

Сығанаҡ: Башҡортостан юлдаш телевидениеһы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb