Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Календарь Дней армейской культуры
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Хөсәйен Мәзитов иҫтәлегенә «Ҡоҙаса»
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Дүшәмбе, 25 март 2013
Хөсәйен Мәзитов иҫтәлегенә «Ҡоҙаса»
27 март Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә Башҡортостандың халыҡ артисы Хөсәйен Мәзитовтың тыуыуына 85 йыл тулыу айҡанлы Марат Хисмәтуллин ҡуйыуында Б.Бикбайҙың «Ҡоҙаса» музыкаль комедияһы ҡуйыласаҡ.
Мәскәү консерваторияһын тамамлаусы Хөсәйен Мәзитов оҙаҡ йылдар опера сәнғәтенә тир түгә. Уның репертуарында башҡорт, рус һәм сит ил композиторҙары әҫәрҙәренән торған 60 яҡын партия иҫәпләнә, сәнғәт һөйөүселәр уларҙы яҡшы хәтерләй, сөнки ниндәй генә партия булмаһын, артист еренә еткереп, бөтә күңелен һалып башҡара. Хөсәйен Йәләй улы Башҡорт дәүләт филармонияһында ла эшләп өлгөрә. Халыҡ йырҙарын, башҡорт композиторҙары әҫәрҙәре оҫта йырлауы менән дә дан ҡаҙана. Өфөлә музыка-педагогия училищеһын асыу идеяһы ла уныҡы, әйткәндәй Хөсәйен Мәзитов унда вокал дәрестәрен дә алып бара.
«Ҡоҙаса» спектакле күптән республиканың визит карточкаһына әүерелде, сит илдәрҙә лә ҡуйылды. Ильяс партияһы Хөсәйен Мәзитовтың иң яратҡан ролдәренең береһе була.
Ролдәрҙә:
Наза – Эльвира Алкина
Басир – Әлим Ҡәйүмов
Яппар – Салих Сөләймәнов
Шәмсиә – Светлана Арғынбаева
Мулла – Олег Килмөхәмәтов
Мәхмүзә – Гөлнур Нарынбаева
Ильяс – Руслан Хәбибәллин
Әхмәт – Илгиз Хәкимов
Автор: Марина Луговая
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Башҡортостан супергеройҙары: "Самрау батшаның бүләге" спектакле "Урал батыр" эпосын сәхнәгә ҡайтарҙы
Дүшәмбе, 09 июнь 2025
|
Тулыраҡ >
«Урал батыр» эпосының факсимиль күсермәһе Евразия күсмә цивилизациялар музейына тапшырылды
Йәкшәмбе, 08 июнь 2025
|
Тулыраҡ >
"Әйҙә уйнарға" фестивалендә Өфө тураһында уйын менән таныштырҙылар
Йома, 06 июнь 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Календарь Дней армейской культуры
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө