Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Иң яҡшы уҡыусылар — "Китап"та ҡунаҡта
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
Иң яҡшы уҡыусылар — "Китап"та ҡунаҡта
Баш ҡалабыҙҙың Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында эшләп килгән "Ете быуын" йәйге лагеры ҙур популярлыҡ менән файҙалана, шуға күрә лә бына нисәнсе йыл рәттән ойошторола. Күптән түгел лагерҙа ял итеүселәр Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә экскурсияла булды. Балалар әҙәбиәте бүлеге етәксеһе Әлфиә Әсәҙуллина апайҙары менән йәнле әңгәмә ҡорҙолар, кескәйҙәр өсөн баҫылған китаптар менән таныштылар. Уларҙың күңеленә айырыуса ҡатырға тышлы «Ҡурай», “Күмәс өй”, “Минең машиналарым” һәм буям китаптары хуш килде.
Төркөмдөң етәксеһе Яҡшыбаева Рәмзиә Һибәт ҡыҙы әйтеүенсә, лагерҙа баш ҡаланың Совет районына ҡараған мәктәптәрҙә белем алған балалар ял итә. Улар араһында уҡыуҙа тик яҡшы билдәләргә өлгәшкән уҡыусылар, төрлө фән олимпиадаларында, конкурстарҙа еңеүселәр һәм активистар бар. Балаларҙың ялы файҙалы һәм ҡыҙыҡлы үтһен өсөн төрлө саралар: спорт ярыштары, уйындар, викториналар, баш ҡаланың иҫтәлекле урындарына экскурсиялар һәм башҡалар ҡаралған.
— Мин лагерға икенсе йыл йөрөйөм. Бында ял итеүселәр бөтәһе лә һәләтле, яҡшы уҡыған тиҫтерҙәрем. Улар менән аралашыуы бик оҡшай. Бөгөнгө экскурсияла теләп ҡатнашам, айырыуса “Сәк-Сәк менән Бауырһаҡ нисек тәмле ризыҡ әҙерләргә өйрәнде” китабы оҡшаны, — тип тәьҫораттары менән бүлеште Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы укыусыһы Гөлнәзирә Ғәлишина.
Сығанаҡ: нәшриәт сайтынан
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө