Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Ихлас ижадсы
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Кесе йома, 20 декабрь 2012
Ихлас ижадсы
К. Мәргәндең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы ғилми-ғәмәли конференция асыла.
Кирәй Мәргән башҡорт әҙәбиәте «сиҙәмдәре»нең тәүге бураҙналарын һалған ҙур ғалим, мәшһүр һүҙ оҫтаһы, тарихи романдар яҙыу өлгөһөн биргән әҙип тә ине. Халыҡ теленән бөртөкләп йыйып алынған йырҙарҙың тәүге башҡарыусыһы, үҙе туплап, китап итеп баҫтырған эпостарҙың Алпамышаһы ла Кирәй Мәргәндер. Уның данлыҡлы «Ҡариҙел» повесын уҡып, ҡайһы бер өҙөктәрен мәктәптә ойошторолған концерттарҙа тасуири һөйләп, сәхнәләштереп, зыҡ ҡуба торғайныҡ. Был әҫәрҙә һынландырылған ыңғай геройға оҡшарға тырышыр инек. Донъя картинаһын танып белә башлауыбыҙ ҙа ошо «Ҡариҙел» повесынан киләлер. Үҙ туған телендә баҫылып сыҡҡан әҫәрҙәрҙең рухи көсөн дә, бәлки, «Ҡариҙел» повесын үҙ иткәс, тоя башлағанбыҙҙыр. Ни өсөн? Сөнки ул замандағы «Башҡорт әҙәбиәте» тигән дәреслектә урыҫ яҙыусылары әҫәрҙәренең тәржемәһе ҙур урынды биләр ине. Булған бит заманалар! Кирәй Мәргән — ихлас ижадсы, егәрле яҙыусы һәм ғалим. Шулай уҡ ул — уҡытыусы ла. Ошо йылдың 11 июлендә шәхесебеҙҙең тыуыуына 100 йыл тулды. Ғүмер юлы ла, яҡты донъяла йәшәйеше лә бик тә фәһемле Кирәй Мәргәндең. Ул 1912 йылда Мишкә районының Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында донъяға килгән. Урта мәктәпте тамамлағас, башланғыс мәктәптә уҡытыусы булып эшләй, йыш ҡына район гәзитенә («Колхозсы») мәҡәләләр яҙа. Артабан шул уҡ гәзит редакцияһына эшкә саҡырыла.
Тулыһынса уҡырға
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө