Танылған йырсылар Нәсимә һәм Азамат Тимеровтар, Урал Мортазин менән Лилиә Ишемйәрова күңелле байрам ойошторасаҡтар. 17 февралдә «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында үтәсәк концерт «Һаман иҫтә...» тип атала.
Башҡортостандың популяр артистары булып танылған был ғаиләләрҙе ижад бер-береһенә яҡынайта. Тамашасылар иғтибарына улар халыҡ һәм эстрада йырҙарын башҡарасаҡ. Программаға шулай уҡ дуэт һәм квартеттар ҙа индерелгән.
Тамашала баянсы Илшат Яхин, ҡурайсы Марсель Сәйетов, йырсылар Заһир Иҫәнсурин, Марсель Ҡотоев, бейеүселәр Светлана Батыршина, Әлиә Нурғәлиева кеүек сәнғәт әһелдәре ҡатнашасаҡ.
Сценарий авторы: Зөһрә Бураҡаева, ҡуйыусы режиссеры Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова.
Концертҡа рәхим итегеҙ!
«Башҡортостандың мәҙәниәт донъяһы» порталы