Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
"Ике килгән ғүмер” исемле документаль фильм
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Дүшәмбе, 15 октябрь 2012
"Ике килгән ғүмер” исемле документаль фильм
Баш ҡаланың “Родина” кинотеатрында дүрт тапҡыр паралимпия чемпионы, башҡорт егете Ирек Зарипов хаҡында ошо исемдәге документаль фильмдың премьераһы күрһәтелде.
Ванкувер. 2010 йыл. Миллионлаған тамашасы, телевизор ҡараусыларҙың, ил етәкселәренең ҡыуанысы сикһеҙ. Шатланмаҫлыҡ та түгел шул. Ошонан алда ғына тамамланған ҡышҡы Олимпия уйындарында яҡташтарыбыҙ әллә ни һөйөндөрә алмағанда, Паралимпиада спортсылары еңеү артынан еңеү яулай. Айырыуса инвалид коляскаһындағы Ирек Зариповтың иҫ киткес батырлығына, ихтыяр көсөнә барыһы ла таң ҡалды. Башҡортостан егете биатлон буйынса 12,5 километр алыҫлыҡҡа уҙышта финиш һыҙығын беренсе булып үтте. Тәүге алтын миҙал! Унан икенсеһе, өсөнсөһө, дүртенсеһе... Кремлдә Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев дүрт тапҡыр донъя чемпионын ихлас күңелдән ҡотлап, уның ҡулын ҡыҫты, күкрәгенә IV дәрәжә “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” орденын таҡты.
Премьераға килгән тамашасыларҙы бынан ике йыл ярым элек булған ваҡиғалар ысын-ысындан тулҡынландырҙы, тетрәндерҙе, ғорурлыҡ хисе уятты.
Алтын еңел бирелмәй. Заманыбыҙ батыры уны өҙлөкһөҙ көрәш, тир түгеү аша яуланы...
Бәләкәйҙән техника ене ҡағыла Иреккә. Училищеның тәүге йылын тамамлағас, атаһы мотоцикл алып бирә. Тап ошо транспортта егет йөк машинаһына килеп бәрелә. Аңына килгәс, ике аяғынан да яҙғанын аңлай. Дүрт ай буйы дауаханала ята. “Хәҙер мин кемгә кәрәк?” тигән ғазаплы һорауҙар уның мейеһен бер туҡтауһыҙ сүкей. Ата-әсәһенең хәстәрлекле ҡарашы, үҙенең ихтыяр көсө арҡаһында Ирек яңынан аяҡҡа баҫырға хәл таба…
Фильмды төшөрөүгә уның режиссеры Вилүрә Иҫәндәүләтова, “Башҡортостан” киностудияһының мөхәррире, сценарий авторы Мәғәфүр Тимербулатов ҙур көс һалған. Утыҙ минут дауам иткән фильм үҙ эсенә ҙур мәғәнә һыйҙырған. Шуға ла уны экранға сығарғансы ике йыл самаһы ваҡыт үтә. Әле күнекмәләрҙә, әле ярыштарҙа йөрөгән батырҙы тотоу еңелдән булмай.
Премьераға фильмдың геройы әсәһе, яҡындары менән килгәйне.
– Тормошта күп нәмә үҙебеҙҙән тора. Ниндәйҙер уңышҡа өлгәшеү өсөн үҙеңде хөрмәт итергә, аямаҫҡа кәрәк, – тине Паралимпиада чемпионы.
Авторы: И. Хаҡов
Сығанаҡ:
"Башҡортостан"
гәзите
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Башҡортостан супергеройҙары: "Самрау батшаның бүләге" спектакле "Урал батыр" эпосын сәхнәгә ҡайтарҙы
Дүшәмбе, 09 июнь 2025
|
Тулыраҡ >
«Урал батыр» эпосының факсимиль күсермәһе Евразия күсмә цивилизациялар музейына тапшырылды
Йәкшәмбе, 08 июнь 2025
|
Тулыраҡ >
"Әйҙә уйнарға" фестивалендә Өфө тураһында уйын менән таныштырҙылар
Йома, 06 июнь 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө