Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
“Ике ҡыҙҙың эссеһы” — иң шәбе!
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шишәмбе, 30 сентябрь 2014
“Ике ҡыҙҙың эссеһы” — иң шәбе!
Күптән түгел Сочи ҡалаһында Бөтә Рәсәй “Иң яҡшы ғилми китап” конкурсының еңеүселәре һәм лауреаттары билдәләнде. Юғары уҡыу йорттары педагогтары һәм ғилми-тикшеренеү учреждениеларының ғилми хеҙмәткәрҙәре араһында ойошторолған бәйге тәүге тапҡыр уҙғарылмай. Шуныһы ҡыуаныслы: сараны яҡтыртырға йыл һайын матур сәбәп сығып тора. Быйыл да (хәйер, бишенсе йыл рәттән инде) йола боҙолманы — педагогия фәндәре кандидаты, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы доценты Ғәлиә Мөхтәр ҡыҙы менән философия фәндәре докторы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессоры Самат Әбдрәхим улы Мөхәмәтйәновтарҙың “Ике ҡыҙ эссеһы” исемле китабы “Гуманитар фәндәр” номинацияһында еңеү яуланы. Ғалимдарҙы ҙур еңеүҙәре менән беҙ ҙә тәбрикләнек, форсаттан файҙаланып, китап хаҡында ла белештек.
— Ғәлиә Мөхтәр ҡыҙы, бынан бер нисә йыл элек тә һеҙҙең менән осрашыуға ошо конкурс сәбәпсе булғайны. Ул йылды хеҙмәтегеҙ, яңылышмаһам, “Педагогика һәм психология” номинацияһында билдәләнде. Шул саҡта һеҙ: “Иң яҡшы ғилми хеҙмәттәрҙең авторҙарын асыҡлаған конкурстың әлегә Рәсәйҙә аналогы юҡ”, — тигәйнегеҙ. Фекерегеҙ үҙгәрмәнеме?
— Юҡ, әлбиттә. Киреһенсә, ҡыҙыҡһыныуым йылдан-йыл артып, нығына ғына. Быйыл, мәҫәлән, эксперт комиссияһы дүрт меңдән ашыу ғалимдың эшен ҡараны. Был – иҫ киткес ҙур хеҙмәт. Иң мөһиме — конкурстың географияһы Рәсәй менән генә сикләнмәй. Бөйөк Британия, Франция, Германия һәм башҡа илдәрҙең ғалимдары менән “көс һынашырға” тура килә. Унан һуң, сараға ярашлы халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияларҙың, төрлө темаларға “түңәрәк өҫтәл”дәрҙең ойошторолоуы, аралашыу, танышыу, башҡа ғалимдарҙың хеҙмәттәрен өйрәнеү — ҙур тәжрибә майҙансығы ул.
— “Ике ҡыҙҙың эссеһы”. Әҙәби жанрҙың фәнни конкурста еңеүе бер аҙ аптыратты, әлбиттә.
— Бында һүҙҙе эссенан түгел, ә уның фәлсәфәүи асылынан башлар инем. Минең дә, Самат Әбдрәхим улының да ғилми эшмәкәрлеге башлыса студенттар, буласаҡ уҡытыусылар, айырым осраҡта хатта етәкселәр менән бәйле. Аң-белем биреү менән бер рәттән, уларҙы шәхес итеп үҫтереү, йәмғиәттә үҙ урындарын табырға булышлыҡ итеү — төп маҡсатыбыҙ. Ә бының өсөн нимә кәрәк? Кеше тәү сиратта матур, аҡыллы итеп һөйләшә, аралаша белергә, ниндәй генә хәлдә лә айыҡ фекер йөрөтөргә, бер ҡасан да юғалып ҡалмаҫҡа тейеш. Матур һөйләгән кешене тыңлауы ла рәхәт. Әлбиттә, кемделер (бигерәк тә ул юғары вазифа биләй икән), һин шулай ит, һин былай ит, тип өйрәтеп булмай. Һәр нәмәгә ижади ҡарарға кәрәк.
— Һөҙөмтәлә был алымды эссела таптығыҙмы?
— Нәҡ шулай. Француз философы Мишель Монтень: “Эссе — ул асыҡлыҡ, ғәҙеллек һәм яһалмаһыҙлыҡ”, — тигән. Әгәр кеше эссе яҙа белә икән, уның уй-фекерҙәре лә теүәл, аныҡ, теле бай, күңеле асыҡ.
— Тимәк, һеҙ китапта эссе яҙырға өйрәтәһегеҙ?
— Шулай тиһәң дә була. Әлбиттә, тота килеп кенә яҙыу стиле күрһәтелмәй. Әҙәби жанрҙың тарихынан алып бөгөнгө заманға саҡлы үҫеш юлы тулыһынса һүрәтләнә. Ниәттәребеҙ уй-фекерҙәр, билдәле ғалимдарҙың сығыштары менән нығытыла. Һәм төп маҡсат, әлбиттә, кешелә һөйләү оҫталығын тәрбиәләүгә ҡайтып ҡала.
— Ә шулай ҙа ни өсөн китап “Ике ҡыҙҙың эссеһы” тип аталды һуң?
— Ғилми хеҙмәт ике студент ҡыҙҙың эссеһы менән асыла. Береһе тыуасаҡ балаһына хат рәүешендә яҙылған, икенсеһе “Мин сикһеҙ бәхетлемен” тип атала. Эсселар үҙенсәлекле, бай тел менән ижад ителгән.
— Исеме есеменә тура килһен, тинегеҙ инде.
— Есеменә лә, йөкмәткеһенә лә тура килтерергә тырыштыҡ. Шулай ҙа иң ҙур теләгебеҙ — ғилми хеҙмәт менән уҡытыусылар, етәкселәр, халыҡ менән яҡын мөғәмәләлә булған вазифалы кешеләр танышып сыҡһын ине. Һүҙ ҡоралдан көслө, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит.
— Сер булмаһа, киләһе конкурсҡа ниндәй эштәр тәҡдим итмәксеһегеҙ?
— Һуңғы ваҡытта идара системаһы хеҙмәткәрҙәре менән йыш аралашырға тура килә. Әле яңыраҡ ҡына муниципаль берәмектәрҙең V съезы үтте, унда ла урындағы үҙидара органы етәкселәре менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеп алдыҡ. Бының менән нимә әйтергә теләйем: муниципалитеттарҙың, етәкселәрҙең эшмәкәрлеген күҙ уңында тотҡан, идара системаһын, ундағы эш алымдарын, айырыуса халыҡ менән аралашыуға ҡағылғандарын, көйләүгә йүнәлтелгән ғилми хеҙмәт яҙаһы ине.
— Тағы бер тапҡыр еңеүегеҙ менән ҡотлайбыҙ, Ғәлиә Мөхтәр ҡыҙы! Артабан да матур уңыштар, яңынан-яңы ғилми хеҙмәттәр ижад итеүегеҙҙе теләйбеҙ!
Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА әңгәмәләште.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Шишәмбе, 06 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө