Ике һөнәр эйәләре

Ике һөнәр эйәләре
Нефтекама ҡалаһында ҡырҡ алтынсы йыл гөрләп эшләп килгән “Беҙ” халыҡ театрының төрлө хеҙмәт вәкилдәренән торған һәүәҫкәр коллективы ысын мәғәнәһендә үҙ йөҙөн һәм тамашасыһын тапҡан. Туфан Миңнуллиндың йырлы-бейеүле “Беҙ бит ауыл малайы” музыкаль комедияһы буйынса ҡуйылған премьераның ҙур уңыш менән үтеүе – быға асыҡ миҫал.
...Уҙған быуаттың 50-се йылдары аҙа­ғында асылған “Арлан” нефть ят­ҡылығын үҙләштерергә килгән нефт­се һәм тө­ҙөүселәр араһында ижади күңеллеләр аҙ булмай. Нефтселәр ҡасабаһының ҡала статусы алыуына биш йыл да үтмәҫтән, бында үҙеш­мәкәр башҡорт-татар театры эшләй башлауы нәҡ шуны дәлилләй. Стәр­летамаҡ мәҙәни-ағартыу техникумын тамамлап килгән йәш белгес Фәүзиә Халиҡова сәхнәгә ғашиҡ йәштәрҙе драма түңәрәгенә туплай. Улар нефтселәрҙең техника йортонда репетиция башлай һәм, күп тә үтмәй, “Минең ғаилә” исемле тәүге спектаклен тамашасыға тәҡдим итә. Әйтергә кәрәк, “Беҙ” театры һаман да үҙенең “беренсе” сәхнәһенә тоғро ҡалып, исеме “ҡала мәҙәниәт үҙәге” тип үҙгәртелгән шул уҡ мәҙәниәт һарайында эшләп килә.
Егерменсе быуаттың 70 – 80-се йылдарында ҡаланың өс мәҙәниәт йортонда биш үҙешмәкәр драма коллективының – урыҫ телендә сығыш яһаған ике, башҡорт һәм татар телдәрендә тамаша күрһәткән өс театрҙың уңышлы эшләүен күп тамашасылар әле лә һағынып иҫкә ала. Шуларҙың араһынан бары тик “Беҙ” халыҡ театрының бөгөн дә тулы мәғәнәле ижадын дауам итеүе үҙе генә лә күпте һөйләй! Башҡортостандың Театр эшмә­кәрҙәре союзы рәйесе, билдәле актер һәм режиссер Әхтәм Абушахманов, үҙеш­мәкәр артистарҙың бер сығышын ҡара­ғас, “Һеҙ – ярым профессиональ халыҡ театры” тип юҡҡа ғына әйтмәгәндер.
Һәүәҫкәр коллективтың төрлө йылдар­ҙағы репертуарында башҡорт һәм татар драматургтарының профессиональ сәх­нә­ләрҙә уйналған билдәле спектаклдәре менән бер рәттән башҡа милләт әҙиптәренең төрлө жанрҙағы әҫәрҙәре лә бар. Нефтекама актерҙары яҡын-тирәләге ҡала һәм райондарға гастролгә йыш сыға, Өфө, Ижевск һәм Ҡазан сәхнәләрендә ҙур уңыш менән сығыш яһай, заманында уларҙың ике спектаклен Мәскәү тамашасыһы ла йылы ҡабул иткән. Халыҡ театрҙарының Бөтә Союз фестиваленең йомғаҡлау турынан лауреат исеме алып ҡайта “Беҙ” коллективы. Уның иң талантлы ағза­ларының береһе Фәнәүи Шәрипов Юрий Погодиндың “Мылтыҡлы кеше” пьеса­һындағы Ленин роле өсөн “БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. Унан тыш, егерменсе быуаттың һуңғы ун йыллыҡтарында “Беҙ” театрының төп составын тәшкил иткән Тәлғәт Шәрипов, Роза Мәһәҙиева, Мәрйәм һәм Фәнис Шәйәхмәтовтар, Хәмзә Мәрүәров, Рамус Вәлиев, Фәнәүи Сәлихов, Фәүзиә Садиҡова, Нәфиғә Төхвәтуллина, Гүзәл Ихсанова, Нина Гәрәева, Рәфәғә Нуруллина, Һәүбән Шафиҡов, Рафаэль Дәүләтов, Гөлсинә Абзалова һәм башҡа күптәрҙең исемен тамашасылар оло ихтирам һәм хөрмәт менән телгә ала. 
Сирек быуаттан ашыу инде театрға ҡаланың мәҙәниәт һәм сәнғәт әһелдәре араһында “2008 йыл кешеһе” исемен алған, Республика халыҡ ижады үҙәгенең “Мәҙәниәт ал­дынғыһы” билдәһенә ла­йыҡ булған режиссер Марс Нуртдинов (һү­рәттә) етәк­селек итә. Йөҙөнән йылмайыу китмә­гән, еңел генә атлап йөрөгән был кешене Нефтекамала ғына түгел, яҡын-тирәләге ҡала һәм райондарҙа ла яҡшы беләләр. Һөнәренә мөкиббән бирелгән ул. “Беҙ” – үҙе әйтеүенсә, уның эш урыны ғына түгел, ә бар булмышы һәм яҙмышы. 
– Бөгөн ышаныуы ла ҡыйын, – тип барлай хеҙмәт йылдарын Марс Ғәйнетдин улы, – һәүәҫкәр артис­тарыбыҙҙың һаны йөҙ иллегә еткән саҡтар булды. Дөйөм күренештәрҙә генә лә утыҙ-ҡырҡ кеше ҡатнаша торғайны. Шуға ла ике төркөмгә бүленеп, миҙгелгә ике спектакль ҡуя инек. 
Халыҡ театрының ике тиҫтәнән ашыу һәүәҫкәрҙән торған бөгөнгө составы ла тик маҡтауға лайыҡ. Уйнауҙарын тамашасы һәр саҡ йылы ҡабул иткән актерҙар – төрлө һөнәр вәкилдәре, йәш буйынса ла айырма бар. Мәҫәлән, коллективтың “йәне” булып танылған шағир һәм гармунсы Нәжип Исламов – иретеп йәбештереүсе, Вадим Шириязданов – заводта механик, Эльвира Ғә­ли­ханова – шәфҡәт туташы, Илмира Йо­носова – инженер, Илмира Хәсәнова – логопед, Резида Шафиҡова – бухгалтер, Айрат Ғәпдуллин – автоэлектрик, Фирүзә Йосопова – пенсионер, Шамил Вә­лиуллин – нефтсе, Әнис Сафуанов – инженер. Уларҙың барыһы ла театр сәнғәтенә мөкиббән ғашиҡ, үҙ тормоштарын сәхнәнән башҡа күҙ алдына ла килтермәй. Ниндәй эш башҡарыу­ҙарына ҡарамаҫтан, ысын ижад ке­ше­ләре. Алдарына үҙенсәлекле маҡсат итеп ҡуйғанса, төрлө жанр әҫәрҙәрен аралаштырып сәхнәгә сығарыу ҡағиҙәһенән бер ҙә тайпылмай һәүәҫкәр ижадсылар. Бер йылда драма тәҡдим итһә, икенсе миҙгелдә комедия ҡуя улар.
– Тамашасыны гел моңайтып, күҙ йәше сыҡҡансы хисләндереп һәм тулҡын­лан­дырып ултыртып булмай бит инде, – ти был турала Марс Ғәйнетдин улы. – Кеше күңелен күтәреп, көлөп тә алырға тейеш. Бигерәк тә бына инде ике тиҫтә йылдан ашыу дауам иткән, тиҙ генә аңлай алмаҫлыҡ ҡатмарлы тормош шарттарында...
Нефтекама ҡалаһының телгә алынған ижади һәүәҫкәрҙәре тураһында һөйләүҙе шунда тамамларға ла булыр ине. Тик бер фекер күңелгә тынғылыҡ бирмәй. Үҙеш­мәкәр театр сәнғәтен үҫтереүҙә һиҙе­лерлек уңышҡа өлгәшкән, тамашасы алдында танылыу яулаған коллективҡа егерме биш йылдан ашыу етәкселек иткән Марс Ғәйнетдин улы юғары наградаға йә маҡтаулы исемгә лайыҡ түгелме икән? 
Автор: Ансар НУРЕТДИНОВ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb