Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Илдар Абдразаҡовтан оҫталыҡ дәресе
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Кесе йома, 25 декабрь 2014
Илдар Абдразаҡовтан оҫталыҡ дәресе
Өфө сәнғәт академияһының Шаляпин исемендәге Концерт залында Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, Метрополитен-опера һәм Мариин театры солисы, «Грэмми» премияһы лауреаты, билдәле опера йырсыһы Илдар Абдразаҡов вокал бүлеге студенттарына оҫталыҡ дәрестәре уҙғарҙы.
Ижади осрашыуҙы уҡыу йортоноң ректоры Ә.И. Әсфәндиәрова асты. Әминә Ибраһим ҡыҙы сараның мөһимлеген билдәләне һәм яҡташыбыҙға, ваҡытының тығыҙлығына ҡарамаҫтан, осрашыуға килгәне өсөн оло рәхмәтен белдерҙе.
Илдар Абдразаҡовтың остазы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, сәнғәт академияһы профессоры М.Ғ. Мортазина ла осрашыуҙа ҡатнашты. Миләүшә Ғәли ҡыҙы үҙенең «йондоҙло» уҡыусыһы хаҡында һөйләп китте:
- Сәнғәт институтында уҡыған сағында Илдарҙы уҡыуҙы артабан дауам итергәме, әллә ташларғамы тигән һорау борсой башланы. Әммә яйлап бөтәһе лә үҙ урынына ултырҙы, IV курста иһә ул Мариин театры солисы ине. Илдарҙың осрашыуға риза булыуына бик шатмын. Тағы ла мине шуныһы ғәжәпләндерә, ул һаман да миңә уҡыусы һымаҡ килә. Уның йондоҙ ауырыуы булмауы, тамырҙарын онотмауы мине һоҡландыра һәм уҡытыусыһы булараҡ ҡыуандыра. Илдар бик йәш әле, уны алда тағы ла ҙурыраҡ үрҙәр көтә.
Һуңынан оҫталыҡ дәрестәре үтте. Уҡыу йортоноң вокал бүлеге студенттары донъя классикаһынан төрлө әҫәрҙәр башҡарҙы һәм Илдар Абдразаҡовтан төплө кәңәштәр алдылар.
Фотогалереяға күсергә
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө