Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Илшат Йомағоловтың хәтер кисәһе үтте
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 06 апрель 2012
Илшат Йомағоловтың хәтер кисәһе үтте
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында күренекле актер, драматург, педагог Илшат Йомағоловтың хәтер кисәһе үтте. Быйыл уға 80 йәш тулған булыр ине. Актер иҫтәлегенә режиссер Илдар Ғиләжев ҡуйған «Нәркәс» пьесаһы күрһәтелде.
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илшат Йомағоловтоң башҡорт драматургияһын үҫтереүгә индергән өлөшө ҙур. Ул тамашасыларға талантлы актер булараҡ та билдәле. Театр һөйөүселәргә иң сағыу әҫәрҙәренең береһе «Нәркәс» трагедияһын тәҡдим итте.
«Нәркәс» пьесаһы 1968 йылда яҙылған. Ә сәхнәгә тәү тапҡыр 2001 йылда ҡуйыла. 2004 йылда спектакль халыҡ-ара театр фестивале дипломанты исемен яулай. Спектаклдә төрлө быуын актерҙары үҙ ролдәрен яратып башҡара. Танылған актерҙың һәләте уның балаларына ла күскән. Төп ролдә актерҙың ҡыҙы Айһылыу Йомағолова уйнай.
Сәхнә оҫтаһы, һәләтле шәхес Илшат Йомағолов бар ғүмерен башҡорт театр сәнғәтен үҫтереүгә бағышлай. Сәхнәлә 50 артыҡ онотолмаҫ образдар тыуҙыра, фильмдар ҙа уға киң танылыу килтерә.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө