«Илһам» балалар һәм үҫмерҙәр әҙәби конкурсы еңеүселәренә лайыҡлы бүләктәр

«Илһам» балалар һәм үҫмерҙәр әҙәби конкурсы еңеүселәренә лайыҡлы бүләктәр
26 мартта Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының Бәләкәй залында Өфөнөң «Илһам» балалар һәм үҫмерҙәр әҙәби конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы булды. Конкурста барлығы 250-нән ашыу мәктәп уҡыусыһы ҡатнашты. Башҡорт академия драма театры конкурстың ойоштороусыһы һәм спонсорҙарының береһе булараҡ сығыш яһаны.
Был конкурс баш ҡалала инде икенсе тапҡыр уҙғарыла Быйыл конкурс «асыҡ» тип иғлан ителгәндән һуң унда Өфөнән генә түгел, республикабыҙ райондарынан, шулай уҡ, Ямал-Ненец автономиялы округынан да балалар ҡатнашты. Был юлы эштәр (шиғырҙар, проза һәм тәржемә өлгөләре) башҡорт, рус һәм татар телдәрендә ҡабул ителде. Конкурстың төп маҡсаты: һәләтле балаларҙы табыу, уларға ярҙам итеү.
СССР-ҙың халыҡ артисткаһы Гөлли Мөбәрәкова балаларға ихлас теләктәрен еткерҙе, артист Руслан Хайсаров Лариса Абдуллинаның «Алдар батыр» шиғырын уҡыны. Сара Әҙәбиәт йылына бағышланды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb