ИЛҺӨЙӘРЛЕК... һүҙҙә түгел, күҙҙә сағыла

ИЛҺӨЙӘРЛЕК... һүҙҙә түгел, күҙҙә сағыла
Халҡыбыҙҙың милли батыры Салауат Юлаевтың тыуыуына 260 йыл тулыуҙы бидәләгән көндәрҙә Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты "Хәҙерге шарттарҙа йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләү" темаһына төбәк-ара семинар уҙғарҙы. Әле күптән түгел генә илһөйәрлек, ватансыллыҡ тәрбиәләү көнүҙәк проблема түгел ине, сөнки бала өйҙә булһынмы, балалар баҡсаһындамы, мәктәптәме - һәр кем өсөн олатай-өләсәһе, ата-әсәһе, тарих ҡына түгел, әҙәби китаптарҙың геройҙары Тыуған илеңде һөйөү, уның өсөн йәнеңде фиҙа ҡылыуҙың тере өлгөһө булып торҙо. Донъя картографтары төҙөгән карталарға үҙе йәшәгән территорияға милләт атамаһы менән инеүселәрҙең, Париждарға ингән атлы полк яугирҙарының, хәрби батырлыҡтары өсөн күкрәктәренә хатта икешәр Советтар Союзы Геройы йондоҙон тағыусыларҙың, Рейхстагҡа байраҡ ҡаҙаусыларҙың, Тыуған илде һуғыш емереклектәренән таҙартып, илебеҙҙе яңы үрҙәргә күтәреүселәрҙең, тыныс тормошта хеҙмәт ҡаһарманлыҡтарына эйә булып, күкрәктәренә Социалистик Хеҙмәт Геройы йондоҙон ҡаҙаусыларҙың вариҫтары, беҙ, улар яулаған ҡаҙаныштарҙы арттырырға, дандарын тағы ла юғарыраҡ күтәрергә тейеш түгелме ни? Эйе, заман башҡа, тип бөтөн нәмәне заманға япһарырға, тик заман дилбегәһен үҙ ҡулыбыҙға алырға ашыҡмайынса, бары тик арбала ғына ултырып барырға тырышабыҙ, буғай.
"Үҙем өсөн башҡорт йәштәрен патриотик рухта тәрбиәләүҙең өс ҡағиҙәһен астым. Беренсеһе - Тыуған илгә хеҙмәт итеү, тыуған илде яратыу, икенсеһе - ата-әсәңде хөрмәт итеү, өсөнсөһө - башҡорт халҡының тарихын, уның үткәнен белеү. Ошо ябай ғына өс ҡағиҙә нигеҙендә бик һөҙөмтәле эш алып барырға мөмкин", - тип юҡҡа ғына билдәләмәне үҙенең сығышында Дондағы Ростов өлкәһенең башҡорт диаспораһы йәмғиәте рәйесе Мәхмүт Сәлимов. Әммә бөгөн төрлө яҡлап ошо өс төп төшөнсәне бөтөнләй юҡҡа сығарырға тырышалар. Был хаҡта үҙенең сығышында Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаев аныҡ миҫалдар нигеҙендә белдерҙе. "Быйыл Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы төҙөлөүгә 95 йыл тулыу айҡанлы Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостан халҡына ҡотлау телеграммаһы ебәрҙе. Унда "Республика ошо осорҙа Рәсәй дәүләтселеген нығытыуға, илдең иҡтисади ҡеүәтен арттырыуға, Ватан фәнен, мәғарифын, күп милләтле халҡының баһаһыҙ милли мәҙәниәтен һаҡлауға ҙур өлөш индерҙе. Һеҙ хаҡлы рәүештә бай тарихығыҙ, хеҙмәт һәм башҡа ҡаҙаныштарығыҙ, дуҫлыҡ һәм тыуған ерегеҙгә һаҡсыл ҡарашығыҙ менән ғорурлана алаһығыҙ", тигән юлдар бар", - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул. Был үҙе үк ошо мираҫты артабан да һаҡлауға гарантия кеүек яңғырай һымаҡ. Әммә Рәсәй дәүләте етәкселәренең бер төрлө һөйләп, икенсе төрлө эшләүе - хәҙер инде ғәҙәти күренеш. Быуаттар буйына улар үҙ һүҙҙәрең өсөн яуап биреүҙең намыҫ эше булыуына төкөрөп кенә ҡарай. "Бөгөн донъя тиҙ үҙгәрә. Милләт-ара мөнәсәбәттәрҙең бер проблемаһын хәл итеп өлгөрмәйһең, яңы мәсьәләләр килеп тыуа. Шуларҙың иң мөһиме - глобалләшеү шарттарында башҡорттарҙың үҙенсәлеген, башҡорт телен уҡытыуҙың сифатын һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү, халҡыбыҙҙың тарихын һәм билдәле шәхестәребеҙҙең ролен боҙоп күрһәтергә тырышыуҙарға ҡаршы тороу, йәштәребеҙҙе рух-әхлаҡ нормаларында, илһөйәр итеп тәрбиәләү тора", - тип, Румил Талғат улы хатта Башҡортостан тарихсыларының тарихты үҙҙәре теләгәнсә ҡабаттан яҙырға тырышыуына әсенеү белдерҙе. Был йәһәттән ул үҫеп килеүсе быуында башҡорт халҡының тарихына, тарихи Башҡортостандың Евразия киңлегендәге роленә ҡарата объектив күҙаллауҙары булырға тейешлегенә баҫым яһаны. Бында инде яңы ҡитға асырға кәрәкмәй: "Башҡорт халҡының тарихы" ете томлығы донъя күрҙе, башҡа бик күп тарихи материалдар бар, хәтерҙәре ҡыҫҡаларҙың иҫтәренә төшөрөү өсөн матбуғат баҫмаларында мәҡәләләр донъя күреп тора. Салауат Хәмиҙуллиндың "Тарихи мөхит" телетапшырыуы киң билдәлелек яуланы һәм ул йәштәрҙә патриотлыҡ тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнай.
Ләкин республиканың үҙендә лә, башҡорттар күпләп - тарихи Башҡортостан ерҙәрендә - йәшәгән төбәктәрҙә лә, башҡорт телен уҡытыу, милли матбуғат баҫмаларын нәшер итеү һәм таратыу, ергә ереккән халыҡты социаль инфраструктураларҙы ябыу, ҡыҫҡартыу юлдары аша ауылдарынан күсенергә мәжбүр итеп, ерҙәренән яҙҙырыу кеүек күренештәр барлығына ла күҙ йоморға ярамай. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, башҡорттар хатта сит илдәрҙә лә үҙенең милли үҙаңын юғалтмай, тарихи тамырҙарына тоғро ҡала, милләттәштәребеҙҙе берләштереп, төрлө мәҙәни саралар үткәрә, йәмәғәт башланғысында йәкшәмбе мәктәптәрен ойоштора, йәш быуында Оло Башҡортостанына, теленә, мәҙәниәтенә, тарихына һөйөү тәрбиәләй. 
"Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты милләттәштәребеҙҙең үҙенсәлекле мәҙәниәтен, телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә тейешле шарттар тыуҙырырға тырыша. Ләкин был республиканың дәүләт органдары тарафынан һәр яҡлы ярҙам булғанда ғына мөмкин, - тип белдерҙе Румил Аҙнабаев. - Был йәһәттән республикала төрлө дәүләт программалары һәм башҡа хоҡуҡи акттар ҡабул ителгән. Үкенескә күрә, улар тулы ҡеүәтенә эшләмәй йәки формаль рәүештә генә иҫәпкә бар. Мәҫәлән, 2008 - 2017 йылдарға иҫәпләнгән "Рәсәй Федерацияһы башҡорттары" дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу буйынса һуңғы йылдарҙа бер генә ултырыш та уҙғарылмаған. Рәсми органдарға эшләнгән эштәр буйынса отчет биреүҙәрен һорап яҙған хатҡа килгән яуаптар түбәндәге картинаны тыуҙыра: 2009 - 2013 йылдарҙа атап үтелгән дәүләт программаһы БР Мәҙәниәт министрлығы буйынса 36 процентҡа ғына үтәлгән, йәғни 68 млн 445 мең һумға; БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы буйынса - 4,5 миллион һумға; БР Фәндәр академияһы буйынса - 0,156 миллион һумға; БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы буйынса - 7,516 миллион һумға; БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары министрлығы буйынса - 8,407 миллион һумға; "Башҡортостан" Дәүләт телерадиокомпанияһы буйынса - 10,93 миллион һумға; БР Территориаль үҫеш буйынса министрлығы тарафынан - 117, 7 миллион һумға; БР Башҡортостан Статистика идаралығы буйынса - 1, 88 миллион һумға; БР Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте буйынса министрлыҡ тарафынан - 20, 24 миллион һумға; БР Ауыл хужалығы министрлығы буйынса - 0, 8 миллион һумға; БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы буйынса - 115 миллион һумға; Өфө ҡалаһы хакимиәте буйынса 2, 3 миллион һумға (барлығы 357 млн 874 мең һум) финансланып еткерелмәгән. Бөгөн күп проблемаларҙы аҡса хәл иткән, республика, Рәсәй Хөкүмәте етәкселәре отчет һайын бюджеттарҙың социаль йүнәлешле булыуын һәм барлыҡ программаларҙың тулыһынса үтәлешен һыҙыҡ өҫтөнә алған заманда, "Рәсәй Федерацияһы башҡорттары" программаһының ярым-йорто финансланыуы ғына аңлашылмай. Әллә һаман да етәкселектең матур һүҙҙәренә ышанабыҙ һәм түҙемле генә көтөп, тейешлеһен һорай белмәйбеҙ, әллә бөтөнләй һорамайбыҙ. Ә һорамаған бала ас ҡала...
Икенсе яҡтан, илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләү өсөн, бер яҡтан, аҡса кәрәкмәй ҙә кеүек. Ләкин, мәҫәлән, милли батырыбыҙҙың юбилейы айҡанлы Эстониялағы "Ағиҙел" башҡорт мәҙәни йәмғиәте китап нәшер итә икән, уны ҡоро теләк менән генә тормошҡа ашырыу мөмкин түгел. Йәки Ырымбур, Һамар башҡорттары үҙҙәренең гәзиттәрен, һамарҙар хатта журнал сығара икән - был да ошо төбәк башҡорттарының милли үҙаңын, рухын күтәреүсе бер сара түгелме? Шул уҡ ваҡытта милләттәштәребеҙ был эште әүҙем, илен, телен, тарихын яратыусы илһөйәрҙәр иҫәбенә, бағыусылар аҡсаһына башҡара, ә программала ҡаралған финанстар экономиялана. Мәктәптәрҙе ябып - балаларҙа, программаларҙы тулыһынса финансламайынса милләттәрҙә экономиялайбыҙ. Ирекһеҙҙән, хәҙерге заман егеттәренең әрме хеҙмәтенә барырға теләмәүен дә аңларға мөмкин: элек ир-ат тыуған илгә бурысын хәрби хеҙмәт менән ҡайтара ине, хәҙер улар бер кемгә лә бурыслы түгел. Ә алмаған бурысты кемдең түләгеһе килһен? 
Бында тағын да Мәхмүт Сәлимовтың сығышына мөрәжәғәт итке килә. Ул Ростов өлкәһендә йәшәүенә ҡарамаҫтан, улы Дамир менән "Төньяҡ амурҙары" Хәрби-реконструкция клубының 1812 йылғы Ватан һуғышы ваҡиғаларына арналған сараларында әүҙем ҡатнаша һәм юл сәхифәләрен брошюра итеп баҫтырып тарата. Был да үҙенә күрә патриотлыҡты пропагандалауҙың бер сағылышы. 
Ғөмүмән, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының был ултырышы ватансыллыҡ тәрбиәләүҙең барлыҡ аспекттарына ла мөрәжәғәт итте, тиергә мөмкин. Сығыш яһаусылар ниндәй өлкәгә генә ҡағылмаһын: тарихмы, мәҙәниәтме, туризм өлкәһеме һ.б. - уларҙың телмәр осо барыбер ҙә тыуған ерҙе яратыуға, уны ҡәҙерләүгә, һаҡлауға, уның данын арттырыуға барып ялғанды.
Шулай уҡ ултырышта яҡын сит илдәрҙә йәшәүсе һәм Башҡортостанға күсеп ҡайтырға теләүсе йәки ҡайтып та гражданлыҡ ала алмаусылар мәсьәләһе күтәрелде, Башҡортостандан ситтә йәшәүсе милләттәштәргә тиңдәр араһында тиң булып йәшәргә ҡамасаулаған ҡайһы бер кире күренештәр ҙә телгә алынды. Мәҫәлән, Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Тәлғәт Хәйеров һәм өлкәнең район-ҡалалары башҡорттары ҡоролтайҙары рәйестәре белдереүенсә, улар бына бер нисә ай инде өлкә башҡорттары ҡоролтайы ултырышы үткәреп, эште яйға һала алмай ҡаңғыра. Башҡарма комитет рәйесе вазифаһынан бушатыуҙарын һорап, үҙе ғариза биреп киткән элекке рәйес ни сәбәптәндер ҡоролтайға яңынан ҡайтырға булған һәм әлеге көндә уның эшендә ҙур кәртәләр тыуҙыра, башҡаларға эшләргә ҡамасаулай. Ошо ҡаңғырыҡ, әлбиттә, Силәбе өлкәһе башҡорттарының рухына ла, тормошона ла арыу ғына йоғонто яһаған. Был хаҡтағы ентекле һөйләшеүҙән һуң, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты етәкселәре мәсьәләне яйға һалыу буйынса эш башланы. 
Ултырыштың икенсе көнөндә Салауат районында уҙған "Салауат йыйыны" иһә сараның кульминация өлөшө булып торҙо, тиергә мөмкин. Сөнки Башҡортостанда йәшәүселәр өсөн һәр сара, һәр ваҡиға шулай булырға тейешле тип ҡабул ителеп, беҙ йылдан-йыл юғарыраҡ кимәлде көтһәк, шуны талап итһәк, сит өлкәләрҙә, сит илдәрҙә йәшәүсе милләтәштәребеҙ өсөн бындай байрамдар - рух байрамы булып тора, уларға сит мөхиттә үҙ асылын һаҡлап ҡалыу ғына түгел, уны йәш быуынға тапшырыуға көс-дәрт өҫтәй. Ошоно раҫлап, Ялта ҡалаһынан килгән, Ҡырымдың "Иҙел - Урал" Башҡорт мәҙәни үҙәге етәксеһе Даларис Имелбаев шулай тине: "Салауат йыйыны" беҙҙе берләштерә һәм яҡынайта. Әммә көндәлек тормош гел йыр-бейеүҙән генә тормай. Шағир әйтмешләй, башҡорт булып һин ситтә йәшәп ҡара. Беҙгә күп һынауҙар үтергә тура килде һәм килә, ләкин беҙ туғанлыҡ хистәре менән, берләшеп йәшәйбеҙ. Күптән түгел генә Рәсәйҙең 82-се төбәгенә әйләндек. Ҡоролтайҙың илһөйәрлек темаһына арналған семинарында төрлө тарафтарҙан килгән милләттәштәребеҙ менән аралашып, проблемаларҙы нисек хәл итеү юлдары буйынса фекер алыштыҡ, ҡаҙаныштырыбыҙ менән бүлештек. Салауат Юлаев тураһында Эстонияла донъя күргән китапты күреп ҡыуандыҡ. Салауат Юлаев - беҙҙең милли геройыбыҙ. Ләкин уның тураһында Протазанов төшөргән кинофильмдан башҡа кино юҡ. Башҡорт йәмәғәтселеге батырыбыҙ хаҡындағы яңы башҡорт киноһының төшөрөлөүен көтә.Салауаттың рухи мираҫын дауам итеп, был тормошта изге эштәр ҡылып йәшәйек. Уның үткән юлы беҙҙең өсөн азатлыҡ юлы булып тора, халыҡты киләсәктә тағы ла яҡшыраҡ йәшәргә өндәй".
Шулай итеп...
Һәр милләттең әпкәләйҙәре бар, һәм ундайҙарға патриотлыҡты көсләп һеңдереү ҙә мөмкин түгел. Илһөйәрлектең, ватансыллыҡтың бөтөн кешегә лә тап килгән аныҡ ҡына рецебы юҡ. Ул рух, намыҫ, ихтыяр көсө булып, моғайын да, тыуғанда уҡ әсә һөтө менән һалыналыр. Һәм ватансыллыҡ, илһөйәрлек, нигеҙҙә, юғары трибуна артынан яңғыраған һүҙҙәрҙә түгел, осҡонланып торған күҙҙәрҙә сағыла икәне лә раҫ... 
Автор: Зәйтүнә ӘЙЛЕ.
Сығанаҡ: "Киске Өфө" гәзите.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb