Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
“Иман нуры – халҡыма!”
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
“Иман нуры – халҡыма!”
Бөгөн “Башҡортостан” концерт залында “Иман нуры – халҡыма” тип аталған хәйриә концерты була. Унда Башҡортостандың йыр сәнғәте йондоҙҙары Светлана Арғынбаева, Альберт Шаһиев, Әлфиә Юлсурина, Фәрүәз Урманшин, Резеда Әминева, Гүзәл Аҫылбаева, Рәдиф Зарипов, Вилдан Яруллин, Зилиә Бәхтиева, Азалия һәм Урал Рәшитовтар, “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө ҡатнаша. Байрамды Флүрә Мурзина менән Таһир Вахитов алып бара.
“Иман нуры – халҡыма” хәйриә акцияһына килгән һәр кеше, сәхнәлә сығыш яһаған һәр артист мәсет төҙөүгә үҙ өлөшөн индерә ала. Был ғәҙәти концерт йә тамаша түгел. Концерттан йыйылған килем билдәле дикторыбыҙ Флүрә Мурзина тыуған Балаҡатай районының Үрге Үтәш ауылында мәсет төҙөүгә күсерелә. Беренсе хәйриә акцияһы 2012 йылда ойошторолғайны. “Ҡурай” йыр-моң каналы тарафынан алып барылған был саранан килем мәсеттең нигеҙен һалыуға күсерелде. Бөгөн иман йортоноң диуарҙары күтәрелеп, ҡыйығы ябылған.
Ойоштороу эштәрен “Башҡортостан” телевидениеһы үҙ өҫтөнә алды: продюсеры – Айгөл Әхмәҙиева, сәхнә режиссеры – Франгиза Илбәкова. Иншаллаһ, иманыбыҙға, динебеҙгә мөнәсәбәт күҙгә күренеп нығына. Мәсеттәр ҡалҡып сыға, манараларынан яңғыраған аҙан тауыштары быуындарҙы, дәүерҙәрҙе, тарих менән хәҙерге заманды бәйләй кеүек. Һуңғы йылдарҙа республика ҡалаларында, Өфөлә бик күп ғибәҙәтханалар төҙөлә. Халыҡҡа абруйлы кешеләрҙең өлгөһө кәрәк. Бәлки, был эште ҡеүәтләп, башҡалар ҙа изге ғәмәлдәргә тотонор. Беҙҙең һәр беребеҙ ил бәҫен күтәрә ала.
Автор: Динис ҒИЛМАНОВ.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө