“Иман нуры — халҡыма”

“Иман нуры — халҡыма”
Башҡортостандың мәҙәниәт һарайҙарында төрлө фестивалдәр, концерттар, кисәләр гөрләп үтеп тора. Ҡыуаныслы һәм һоҡланғыс күренеш был. Ата-бабаларыбыҙ ҙа, донъяны матурлыҡ ҡотҡарыр, тип юҡҡа әйтмәгән. 
“Ҡурай” йыр-моң каналы 13 апрелдә “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында “Иман нуры — халҡыма” тип аталған хәйриә концертын тәҡдим итә. 
Унда Башҡортостандың һәм Татарстандың сағыу йондоҙҙары Светлана Арғынбаева, Иҙрис Ғәзиев, Зөһрә Шәрифуллина, Зөлфиә һәм Жәүәт Шакировтар, Азалия һәм Урал Рәшитовтар, Миңләхмәт Ғәйнетдинов, Азат Айытҡолов, Альберт Шаһиев, Әлфиә Юлсурина, Рәсим Фәсихов, Фәрүәз Урманшин, Венера Рәхмәтуллина, Радик Динәхмәтов, Диана Ишниязова, Вилдан Яруллин, Алина Дәүләтханова, Зилә Бәхтиева, “Ҡурайсы” төркөмө ҡатнашасаҡ. 
Кисәне моңло тауышлы Илдар Ғүмәров менән Флүрә Мурзина алып барасаҡ. Концерттан йыйылған килем мәсет төҙөүгә күсерелә.
Тамаша киске сәғәт 6-ла башлана. 
Автор: С. НӘЗИРОВ

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb