“Именлек милләт-ара татыулыҡҡа таяна”

“Именлек милләт-ара татыулыҡҡа таяна”
Кисә Өфөләге “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһының III съезы булды. Унда республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашып, милли үҙәктәр вәкилдәре алдында сығыш яһаны. Йыйында шулай уҡ Мәскәүҙән, илебеҙҙең төрлө төбәктәренән килгән делегаттар тәбрикләү һүҙен еткерҙе.
– Бөгөнгө съезд республикалағы милли сәйәсәтте камиллаштырыуҙа ышаныслы аҙым булып тора, – тине Рөстәм Зәки улы. – Илебеҙ өсөн дөрөҫ алып барылған милли сәйәсәт тормошсан әһәмиәткә эйә. Һәр милләттең теле, мәҙәни һәм дини үҙенсәлектәренең һаҡланыуы һәм яҡланыуы – дәүләт именлеге өсөн ҙур терәк. Рәсәйҙә 2012 йылда ҡабул ителгән дәүләт милли сәйәсәте стратегияһы нигеҙендә лә ошо маҡсат ята.
Съезд делегаттары алдында Рәсәй Президенты Хакимиәтенең эске сәйәсәт идаралығы етәксеһе урынбаҫары Михаил Белоусов, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Олег Мельниченко, Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы советы рәйесе урынбаҫары Назиржон Абдуғәниев һәм башҡалар сығыш яһаны. Улар Башҡортостандың милли сәйәсәт алып барыу йәһәтенән башҡаларға өлгө булыуын билдәләне, ШОС һәм БРИКС саммиттарына Өфөнөң юғары кимәлдә әҙерлек алып барыуына, был мөһим сараның донъя халыҡтары дуҫлығын нығытыуға үҙ өлөшөн индереренә ҙур ышаныс белдерҙе. 
– “Беләһегеҙме, Бөйөк Ватан һуғышында ни өсөн еңдек?” тигәйне элегерәк миңә бер һуғыш ветераны, – тине сығышында Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина. – Үҙенең яуабы шундай булды: “Илһөйәрлек, милләт-ара татыулыҡ арҡаһында!”
Съезда ҡатнашыусылар Ассамблеяның эшмәкәрлеге буйынса фекер алышты, республикалағы милли-мәҙәни үҙәктәр ойошторған күргәҙмәләрҙе ҡараны.
Ҡабул ителгән резолюцияла Башҡортостанда тормошҡа ашырылған дәүләт милли сәйәсәтенә һәр яҡлап булышлыҡ итеү, Ассамблеяның абруйын һәм йоғонтоһон көсәйтеү маҡсатында ғәмәлгә яраҡлы һәм даими эшләгән башҡарма орган булдырыу, республика Хөкүмәте ҡарамағындағы “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы Законды тормошҡа ашырыу буйынса Комиссияның эшен тергеҙеү тураһындағы тәҡдимдәр бар. Документҡа шулай уҡ легендар комдив Миңлеғәле Шайморатовҡа Советтар Союзы Геройы исеме биреү, ҡаһарман Александр Матросовҡа уның ысын исемен – Шакирйән Мөхәмәтйәновты – кире ҡайтарыу тураһындағы фекерҙәр ҙә индерелде.
Автор: Р. КӘЛИМУЛЛИН.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb