Интернет-форум — заман заңы

Интернет-форум — заман заңы
Башҡорт дәүләт университетында «Донъяла славян этносы, телдәре һәм мәҙәниәттәре» халыҡ-ара интернет-конференцияһы үтте. 
Унда яҡташ ғалимдарыбыҙ менән Болгарияның изгеләр Кирилл һәм Мефодий исемен йөрөткән Велика Тырна университеты белгестәре фекер алышты, шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа ҡалалары, Польша, Украина, Ҡытай, Латвия, Ҡаҙағстан илдәре вәкилдәре лә ҡатнашты. Сарала төрлө проблемалар күтәрелде: славян халыҡтары тарихы, уларҙың ижтимағи-сәйәси, мәҙәни бәйләнештәре һәм башҡалар. Сығыштарҙың йөкмәткеһе менән уҡыу йортоноң сайтында танышырға мөмкин.
Сығанаҡ: «Башҡортостан» гәзите

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb