Ираҡ Башҡортостанда туризмды үҫтереү менән ҡыҙыҡһына

Ираҡ Башҡортостанда туризмды үҫтереү менән ҡыҙыҡһына

Ираҡ Башҡортостандың Урал аръяғы райондарында туризмды үҫтереү менән ҡыҙыҡһына. Был өлкәлә хеҙмәттәшлек итеү өсөн Сибайға визит менән «Әл-Аламейн» туристик компанияһы директоры Акил Дахи Нажи килде, ул ҡала етәкселеге һәм Сибайҙың бер нисә туристик компанияһы вәкилдәре менән осрашты. Был хаҡта Сибай хакимиәтенең рәсми сайтында хәбәр ителә.

«Әл-Аламейн» Башҡортостанда төрлө йәштәге сит ил туристары өсөн ял итеү программаһын әҙерләргә ниәтләй. Беренсе төркөм составы башлыса ғаилә парҙарынан торасаҡ, тип күҙаллана.

Сибай хакимиәте вәкилдәре менән осрашыуҙан тыш, Акил Дахи Нажи Урал аръяғының тәбиғәт ҡомартҡылары һәм Башҡортостандың санатор-курорт учреждениелары тураһындағы мәғлүмәт менән танышты, ҡала музейында, ауыл хужалығы йәрминкәләрендә булды, Сибай карьерын ҡараны, таш эшкәртеү буйынса оҫтаханаға, «Сибай» санаторий-профилакторийына, «Ирәндек» тау саңғыһы базаһына һәм Талҡаҫ күленә барҙы.

«Әл-Аламейн» бөгөн Ираҡтағы иң ҙур туристик компанияларҙың береһе булып тора. Уның эшмәкәрлеге бөтә донъяға тиерлек йәйелдерелгән. «Әл-Аламейн» Малайзия, Сауд Ғәрәбстаны, Иордания, Ливан, Франция, АҠШ менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Компанияның Рәсәйҙә – Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында ла вәкиллектәре бар.

Автор: Евгений Рәхимҡолов

«Башинформ»

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb