Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
“Ирәндек моңдары-2012” конкурсында Сибай филармонияһы солисткаһы Зәлиә Хөбөтдинова еңеүсе
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шишәмбе, 05 июнь 2012
“Ирәндек моңдары-2012” конкурсында Сибай филармонияһы солисткаһы Зәлиә Хөбөтдинова еңеүсе
Башҡорт йырын башҡарыусыларҙың «Ирәндек моңдары» XI төбәк-ара конкурсы Сибайҙа 31 майҙан 2 июнгә тиклем барҙы. Сарала Башҡортостандың төрлө район һәм ҡалаларынан 76 кеше ҡатнашты. Республикабыҙҙың 11 районынан, шулай уҡ Силәбе, Ырымбур өлкәләренән һәм Екатеринбургтан вәкилдәр килгәйне.
“Ирәндек моңдары-2012” конкурсында Сибай филармонияһы солисткаһы Зәлиә Хөбөтдинова еңеп, ВАЗ-2107 автомобиленә эйә булды. Халҡыбыҙҙың “Ғәзибәк Насир” йыры уға еңеү килтерҙе.
Конкурс Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенең 200 йыллығына арналды. Конкурсанттар шулай уҡ ижади лаборатория эшендә лә ҡатнашты. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры Фәрзәнә Сәғитова етәкселегендәге жюри ағзалары тыңланған әҫәрҙәргә, башҡорт вокалының торошона һәм үҫешенә байҡау яһаны.
Өфөнән Рәдиф Зариповҡа әүҙем ижади эшмәкәрлеге һәм башҡорт йырҙарын пропагандалаған өсөн миҙал тапшырылды. Учалы районынан Гөлсиә Хилажева менән Сибайҙан Алмас Ырыҫҡужин махсус бүләккә эйә булды. 22 ҡатнашыусыға “Ирәндек моңдары-2012” конкурсы лауреаты тигән исем бирелде.
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө