Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Италияла Башҡортостан рәссамдарының күргәҙмәһе асыла
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шаршамбы, 14 декабрь 2011
Италияла Башҡортостан рәссамдарының күргәҙмәһе асыла
«Рәсәйҙән бер ҡараш» (Взгляд из России) күргәҙмәһе кесе йома, 15 декабрҙә, Италияла асыласаҡ, унда Башҡортостан рәссамдары ижады тәҡдим ителәсәк. Үҙ эштәрен Италия халҡына 75 автор тәҡдим итәсәк. Урар араһынан Сергей Краснов, Зөфәр Ғаянов, Виктор Пегов, Юрий Уждавини, Рәйес Ғәйетов һәм башҡалар. Төрлө техникала башҡарылған 100-ҙән ашыу эш тәҡдим ителәсәк. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Башҡортостандың Рәссамдар союзы президенты Владислав Пегов хәбәр итте.
— Күсмә күргәҙмәне тәүгеләрҙән булып Турин халҡы күрәсәк. Әлеге сара 2011 йылда иғлан ителгән Италияла Рәсәй мәҙәниәте йылы һәм Рәсәйҙә Италия мәҙәниәте йылы сиктәрендә ойошторола, — тип һөйләне Владислав Пегов. – Проект Рәсәй һәм Италия төбәктәре араһында бәйләнештәрҙе нығытыу маҡсатында ойошторола.
Был күргәҙмә ике төбәк араһында хеҙмәттәшлек итеү сиктәрендә үткәрелгән тәүге сара түгел. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ағымдағы йылдың июль айында Өфөгә Италияның «Qualitaly» Мәҙәниәт, туризм һәм гастрономия ассоциацияһы президенты Массимилиано Панеро килгәйне.
Владислав Пегов һүҙҙәре буйынса, яҡын арала Өфө тамашасыһына Италия рәссамдарының эштәрен тәҡдим итеү планлаштырыла.
Әлеге күргәҙмә Башҡортостан Президенты Хакимиәте һәм республиканың Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында Башҡортостандың Рәссамдар союзы менән ойошторола. Делегация составында – БР Президенты Хакимиәтенең Тышҡы һәм төбәк-ара бәйләнештәр идаралығының тышҡы бәйләнештәр бүлеге мөдире Фидан Ишеғолов, күргәҙмә директоры Гөлшат Куликова, БР Рәссамдар союзы президенты Владислав Пегов.
Автор: Эльмира Сабирова
«Башинформ»
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө