IX Башҡортостандың йәш журналистары фестивале тамамланды

IX Башҡортостандың йәш журналистары фестивале тамамланды

IX Башҡортостандың йәш журналистары фестивале тамамланды, ул 13-14 сентябрҙә республиканың Иглин районында үтте. Сарала төбәк киң мәғлүмәт сараларының 35 йәшкә тиклемге 60-ҡа яҡын вәкиле ҡатнашты. Матур йолаға әүерелгән был сара сәләмәтләндереү-күңел асыу комплекстарының береһендә үткәрелде. Ҡатнашыусылар өсөн лекциялар, семинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. БР Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков фестивалдә ҡатнашыусыларҙың юғары әүҙемлеген билдәләне. — Сараның беренсе көнөндә журналистар алдында «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире Шамил Вәлиев сығыш яһаны. Ул хәҙерге заман журналистикаһы хаҡында фекерҙәре менән бүлеште. Артабан ул йәш журналистарҙың төрлө темаларға ҡағылышлы бихисап һорауҙарына яуап бирҙе, — тип һөйләне Артур Хәсән улы. – Лайыҡлы алмаш үҫеп килеүен аңланыҡ: ижади фекерләгән, аҡыллы йәштәр яңыса эшләргә теләй. Йәш журналистар алдында БР элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов, республика Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Аббас Ғәлләмов, Мәскәү дәүләт матбуғат университеты ректоры Константин Антипов һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар сығыш яһаны. «Башҡортостан Республикаһының Блогерҙар мәктәбе» етәксеһе Евгения Куцуева, Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһы вәкилдәре оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Фестиваль сиктәрендә «Сәйер кеше» конкурсына йомғаҡ яһалды. Уның еңеүсеһе тип «Учалинская газета» хәбәрсеһе Эльза Скрипченко танылды.

Сығанаҡ: "Башинформ"

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb