Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Июлдә Эстонияның Палдиски ҡалаһында Йәштәр һабантуйы үтәсәк
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 18 май 2012
Июлдә Эстонияның Палдиски ҡалаһында Йәштәр һабантуйы үтәсәк
Эстонияла Палдиски ҡалаһы көндәре сиктәрендә Һабантуй байрамы үтәсәк. Быйыл ул 14 июлдә үтә һәм Балтика илдәре Йәштәр һабантуйы тип аталасаҡ, тип хәбәр итте Эстонияның «Ағиҙел» башҡорт мәҙәни үҙәге рәйесе Флүзә Хәйруллина. Байрамға Латвия, Эстония, Финляндия, Башҡортостандан ҡунаҡтар саҡырылған. 2012 йылдың мартында, Таллинда «Ағиҙел» башҡорт мәҙәни үҙәге рәйесе Флүзә Хәйруллина менән Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының башҡарма директоры Өлфәт Йомағужиндың осрашыуы барышында һабантуйға Башҡортостандан профессиональ артистарҙың килеүе тураһында килешеүгә өлгәшелгәйне.
Һабантуй үткәреүҙән тыш, Эстонияның аҙ һанлы халыҡтары ассоциацияһы йыл һайын йәмғиәт ағзалары өсөн Эстония буйлап сәйәхәт ойоштора. Был саралар сиктәрендә мәҙәни йәмғиәт ағзалары Эстонияның барлыҡ тиерлек ҡалаларын һәм иҫтәлекле урындарын урап сыҡҡан. Үткән ял көндәрендә бындай экскурсия Палдиски ҡалаһына ойошторолдо. Был хаҡта Эстонияның «Ағиҙел» башҡорт мәҙәни үҙәге ағзаһы Анна Бәйҙуллина бына нимәләр һөйләне:
— Эстонияла йәшәүсе башҡорттар өсөн Палдиски ысын мәғәнәһендә изге ҡала булып тора. Ул беҙҙең милли геройыбыҙ Салауат Юлаев исеме менән бәйле. Яҡташыбыҙ иҫтәлегенә бында һәйкәл ҡуйылған, ҡала музейындағы экспонаттарҙың күпселеге башҡорт халҡының легендар улы менән бәйле.
Экскурсия бик ҡыҙыҡлы һәм файҙалы булды. Салауат Юлаев һәйкәле янында гид яҡташыбыҙ хаҡында һөйләне. Башҡортостандан килгән ҡунаҡ – Регина исемле ҡыҙ Салауат Юлаевҡа бағышлап, Ҡөрьәндән сүрәләр уҡыны. Бынан һуң һәйкәлгә сәскәләр һалдыҡ.
Экскурсияла ҡатнашыусылар был саранан бик ҡәнәғәт ҡалды һәм уны ойоштороусыларға, Эстония халыҡтары берләшмәһе идараһы ағзаһы, экскурсия етәксеһе Юрис Жигурсҡа рәхмәтен белдерҙе. Башҡорт халҡының данлыҡлы улына арнап сүрәләр уҡыу һәм һәйкәлгә сәскәләр һалыу йолаһы артабан да дауам итер, тип ышанабыҙ.
Сығанаҡ:
«Башинформ»
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө