Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Изге йола, матур ғәҙәт – ағинәйҙәр аманаты
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
Изге йола, матур ғәҙәт – ағинәйҙәр аманаты
Элек-электән тормошобоҙҙа ағинәйҙәр һәм аҡһаҡалдар һүҙе ҙур әһәмиәткә эйә. Йәш быуынды тәрбиәләү йәһәтенән дә уларҙың роле баһалап бөткөһөҙ: өләсәйҙәр кәңәше, олатай тәрбиәһе, сәсән һүҙе, ағинәйҙәр нәсихәте һәр урында әйтелер, уларҙың һүҙенә ҡолаҡ һалыныр булған. Йәштәр ил инәләре һәм аҡһаҡалдары шелтәһен алыуҙан оялған.
Бөгөн, пионер, комсомол, партия кеүек ойошмалар юҡ саҡта, киләсәк быуын тап уларҙың аҡыллы һүҙенә, кәңәшенә мохтаж. Өлкән йәштәгеләрҙең өлгөһө һәм тәрбиәһе аша йәштәребеҙ күңеленә иманлылыҡ, мәрхәмәтлек, изгелек, яҡшылыҡ кеүек сифаттарҙы һалыу, халҡыбыҙҙың йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә һөйөү тәрбиәләү, онотола барған шөғөл-кәсептәребеҙҙе тергеҙеү маҡсатында республиканың һәр районында һәм ауылында ағинәйҙәр хәрәкәте йәйелдерелә. Әйткәндәй, бындай ҡорҙо ойоштороу Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының ғаилә, әсәлек, балалыҡ һәм атайлыҡ мәсьәләләре буйынса комиссияһының эш планына төп пункт итеп индерелгән.
Әбйәлил районында үткән ағинәйҙәр конференцияһында республиканың 12 районынан килгән делегаттың ҡатнашыуы был хәрәкәттең йылдам үҫеш алыуын күрһәтә. Мәртәбәле сарала Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаев, Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова, ошо ҡорҙоң етәксеһе, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева, Әбйәлил районының Ким Әхмәтйәнов исемендәге премияһы лауреаты, шағирә, драматург, композитор Зөһрә Фәйзуллина һәм башҡалар ҡатнашты.
Рухи хазиналар тергеҙелә
Әбйәлилдәр был юлы ла үҙҙәренең мәҙәни кимәленә тап төшөрмәне: ҡунаҡтарҙы йыр-моң менән ҡаршыланы, ҡул эштәре менән барыһын хайран итте, тула баҫыу йолаһын күрһәтеп, онотола барған бер кәсепте йәнә ҡайтанан тергеҙҙе.
Күҙҙең яуын алырлыҡ береһенән-береһе матурыраҡ, нурлыраҡ ҡорамалар, балаҫтар, төрлө түшәк-юрғандар, намаҙлыҡ, яҫтыҡ, мәрйен-сәйләндәрҙән яһалған ҡашмау, һаҡал, селтәрҙәр – барыһы ла Амангилде ауылы ҡатын-ҡыҙҙарының ҡул эштәре. “Сәсмәүер” фольклор ансамбленең сығышы иһә үҙе бер оло тамашаға тиң!
Быуаттарҙы ялғай балаҫ ебе
Төрлө биҙәктәргә мансылған балаҫтар күргәҙмәһе менән яҡыныраҡ танышырға булдым, сөнки бәләкәй саҡтан был шөғөл миңә үтә яҡын. Маһира өләсәйемдең һуҡҡан балаҫтары һанының осона сығырлыҡ түгел. Әле лә уның иҫтәлеге булып һәр беребеҙҙә (өс апайымда ла) уның ошо ҡул эштәре һаҡлана.
Амангилде ауылының иң оҫта балаҫ һуғыусыһы Сәлиха Ғәлимованың ҡабатланмаҫ биҙәктәр менән эшләнгән аллы-гөллө аҫалы балаҫтарына ҡарап, өләсәйҙәребеҙҙең быуындан-быуынға күсә килгән оҫталығына хайран ҡалаһың. Ошо шөғөлдө үҙ итеп, йылдар үтеү менән уны ҡайтанан тергеҙеп, заман талабына тура килгән зауығы менән юғары сәнғәт өлгөһө дәрәжәһенә еткереүселәргә һоҡланаһың. Шуныһы йәл: бөгөн балаҫтар элекке кеүек һарыҡ йөнөнән һуғылмай, магазиндарҙа һатылған әҙер йөн бәйләмдәренән эшләнә. Сәбәбе: һатыуҙа элекке кеүек махсус буяуҙар юҡ.
Сәлиха Ғирфан ҡыҙына һуғыу станогы әсәһе Фәнзифә инәйҙән ҡомартҡы булып ҡалған. Ғәзиз кешеһенең үҙ ҡулы менән һуҡҡан балаҫты ҡәҙерләп һаҡлай ул.
— Бигерәк тә үҙебеҙҙең ырыу тамғаларына хас булған биҙәктәр һалырға тырышам, — ти ул. — Әгәр заказ буйынса эшләргә тура килһә, ниндәй биҙәк менән семәрләргә теләүҙәрен һорайым. Бер балаҫты яҡынса ай самаһы эшләргә мөмкин, уны 6-7 мең һумға һатам.
Ысынлап та, боронғо кәсептәрҙе тергеҙеү рухи байлыҡ ҡына түгел, ниндәйҙер кимәлдә ғаилә килемен аҙ ғына булһа ла тулыландыра икән, оҫта ҡуллы хужабикәләргә был шөғөлгә ниңә ныҡлап тотонмаҫҡа?! Ул сағында ир-аттарыбыҙ һуғыу станоктары ла эшләр ине. Иң мөһиме — матур башланғыс бар, уны артабан дауам итергә генә кәрәк.
Селтәрҙәре, ҡашмауҙары – мәрйендән
Башҡа яҡтарҙа нисектер, әммә Әбйәлилдә һәр ҡатын-ҡыҙҙың үҙенең шәхси селтәре, ҡашмауы, һаҡалы барҙыр, тим, сөнки был тарафтарҙа элек-электән ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәренә ҡарата ниндәйҙер бер йылылыҡ һаҡлана, уны ҡәҙерләү, булдырыу ихтыяжы йәшәй. Күп кенә өләсәйҙәр ҡыҙҙарына, килендәренә генә түгел, хатта ейәнсәрҙәренә селтәр, ҡашмау яһап бүләк итә. Был төбәктә биҙәүестәр әҙерләү борондан килә, шуға күрә ул быуындар аманаты кеүек ҡабул ителә. Райондың бөтә ауылдарында ла бындай шөғөлдө үҙ итеүселәрҙе осратырға мөмкин. Күргәҙмәлә бер ауылдан ғына әллә күпме оҫтаның ҡатнашыуы был һүҙҙәрҙең хаҡлығын дәлилләй.
Зәкиә Кинйәбулатова һәм Фәүҡинур Сафинаның ҡул эштәрен һораусылар күп ине. “Аллаға шөкөр, заказ биреүселәр байтаҡ. Бигерәк тә йәштәр араһында милли биҙәүестәребеҙгә ҡыҙыҡһыныу артыуы ҡыуандыра”, — ти Амангилде ҡатын-ҡыҙҙары.
Әйткәндәй, был тарафтарҙа халҡыбыҙҙың онотола барған тағы бер шөғөлө һаҡланған. Кәзә дебетенән һуғылған шәлдәрҙе хәҙер баҙарҙа бик һирәк осратырға мөмкин. Үҙе ашъяулыҡтай ҙур, йылы, ябынған һайын матурая ғына барған һуҡма шәлде күргәҙмәлә һатып алыусылар ҙа табылды.
Һеҙҙә тула баҫалармы? Әбйәлилдә баҫалар!
Күргәҙмәгә ҡуйылған эштәр араһында бигерәк тә Ғәшүрә Әбүбәкерованың әйберҙәре барыһын да хайран ҡалдырҙы. Оҫта ҡуллы инәй ҡасандыр әсәһенән отоп алған, бөгөн онотола төшкән шөғөлдө ҡабаттан тергеҙгән: туланан боронғо яугир кейемен, сарыҡ, сәкмән кеүек әйберҙәр теккән.
Ағинәйҙәр ҡорҙа ҡатнашыусыларға тула баҫыу йолаһын күрһәтте. Билдәле булыуынса, туланы яңғыҙ баҫып булмай, уны борон өмә менән башҡарғандар. Элек башҡорттар тула кейем кейгән, был бигерәк тә яу йөрөгәндә отошло һаналған, сөнки ул һыуыҡтан ныҡ һаҡлаһа, йылы көндә тирләтмәгән.
Бер яҡта инәйҙәр йөн тетһә, икенселәре уны иләй. Туланы ҡаҙанда ҡайнатып алғас, аҙаҡ урындыҡҡа һалып (ныҡ булһын өсөн) тәгәрәтәләр. Артабан элеп, ныҡ итеп туҡмайҙар. Барыһын да шартына килтереп, эште йола буйынса башҡарҙы амангилделәр. Ул арала йыр-моңдо ла онотманылар: таҡмаҡтар әйтеп, туланан тегелгән яугир кейемен Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Шәрифйән ҡыҙына кейҙереп, бейетеп тә алдылар.
Ағинәйҙәр һүҙе — аҡылдың үҙе
Әбйәлил районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ишморат Әминев мөһим сараны асып, ағинәйҙәр ҡоронда ҡатнашыусыларҙы тәбрикләне. Ул сығышында ҡасандыр Әбйәлил ерлегендә барлыҡҡа килгән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, “Айыҡ ауыл” кеүек сараларҙың бөгөн бөтә республикаға таралыуында ағинәйҙәрҙең тырышлығын айырым билдәләне. Күп райондарҙа аҡһаҡалдар һәм ағинәйҙәр хәрәкәте саҡ тергеҙелһә, Әбйәлилдә ул күптән эшләй. Тик бында сәсәниәләрҙе генә “ағинәйҙәр” тип йөрөтәләр. Сәсәнлек мәктәбе менән дан тотҡан Хәнифә Әбүбәкерова менән Вәсилә Садиҡова үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе шиғри юлдарға һалып, халыҡ араһында өгөт-нәсихәттәре менән тәрбиәүи эш алып бара.
Райондың ағинәйҙәр ҡоро рәйесе Роза Таһирова үҙҙәре башҡарған эштәргә бер аҙ туҡталды. Уның әйтеүенсә, бөгөн һәр ауыл биләмәһендә бындай ҡор уңышлы эшләй, етәкселәре һайланған, хатта күптәренә ауыл хакимиәте тарафынан айырым бүлмә бирелгән. Бигерәк тә Асҡар (етәксеһе Сафия Мансурова), Амангилде (Ләлә Ғүмәрова), Хәлил (Сәүҙә Ғәбитова), Ҡужан (Фәйрүзә Кәримова), Әлмөхәмәт (Мәҙинә Ғүмәрова) ойошмаларының яҡшы эше билдәләнде.
Конференцияла шулай уҡ Баймаҡ, Белорет райондары һәм Сибай ҡалаһы ағинәйҙәре үҙҙәренең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Баймаҡ районының ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе Луиза Ҡаһарманованың сығышы бигерәк фәһемле булды.
— Быйыл беҙ “Иң яҡшы ағинәй”ҙе билдәләнек. Ағинәй башына аҡ яулыҡ ябынып, милли кейем кейеп, уйнап-бейеп йөрөүсе генә түгел. Ул ауылдың иң абруйлы кешеһе булырға, һүҙе халыҡҡа үтемле, ғаиләһе башҡаларға өлгө булырлыҡ, үҙен һәр кем ихтирам итергә тейеш. Шул сифаттарға эйә булғандарҙы ғына ағинәйҙәр сафына алабыҙ. “Мин иманлы, дин тотам”, тип яулыҡ бөркәнеп, уны бер нисә аҙнанан сисеп ташлағандар ағинәй булырға хаҡлы түгел. Уның күңеле аҡ, үҙе сабырлыҡ һәм күндәмлек өлгөһө булырға тейеш, — тине ул. Уның фекерен райондың ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Хөрмә Биктимерова ла ҡеүәтләне.
Күптәр ағинәйҙәрҙе оло йәштә булырға тейеш тип уйлап яңылыша. Улар араһында йәштәр ҙә юҡ түгел. Шундайҙарҙың береһе — Белорет районының Үткәл ауылы ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Айһылыу Йомағужина. Фельдшер булып эшләүсе ханым, ауылдың иң әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарын бергә туплап, ағинәйҙәр хәрәкәтен башлап ебәргән.
Конференцияла ҡатнашҡан Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева, шағирә Гүзәл Ситдиҡова, Гөлфиә Янбаева һәм башҡаларҙың сығыштарын да һәр кем диҡҡәт менән тыңланы. Сәлиә Мырҙабаева, ағинәйҙәр ойошмаһына федераль һәм республика социаль программаларында төрлө проекттар менән ҡатнашып, гранттар отоу мөмкинлеге хаҡында ла уйларға кәңәш бирҙе. Ысынлап та, ниндәй генә эштәр башҡармай бөгөн ағинәйҙәр?! Онотола барған йолаларҙы тергеҙеү, эскелеккә ҡаршы саралар булһынмы, буйҙаҡтар менән тәрбиәүи эшме, уларҙы таныштырыу йәки тарҡалыу сигенә барып еткән ғаиләләрҙе һаҡлап алып ҡалыумы... Һәммәһенә ла өлгөрә улар.
Депутат әбйәлилдәрҙең эшен юғары баһалап, уларҙың тәжрибәһен республикала таратыу кәрәклеген билдәләне һәм иң әүҙем эшләгән өс ағинәйҙәр ойошмаһына компьютерҙар бүләк итәсәген белдерҙе.
Конференция барышында кемдеңдер көлөп: “Бөтә сараларға пенсионерҙарҙы ҡушалар, бушҡа эшләүсе кешеләрҙе табып алдылар”, — тип әйткәнен ишетеп ҡалдым. Ә, минеңсә, һүнеп барған ауыл тормошона тап ошондай тынғыһыҙ ағинәйҙәр һәм аҡһаҡалдар ҡот килтерә, ҡасандыр барлыҡҡа килгән бушлыҡты тултыра, йәш быуынға өлгө күрһәтеп, уларҙы үҙ артынан эйәртә ала.
Автор: Кәримә УСМАНОВА.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Шишәмбе, 06 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө