Башҡортостанда «Изге эштәр башҡарам» ижади бәйгеһе 9 ноябрҙә Благовещен ҡалаһында башланып, артабан республиканың барлыҡ ҡалаларын тиерлек солғап алды. Ә декабрҙең тәүге көнөндә Өфөлә гала-концерт менән изгелек марафонына йомғаҡ яһалды. Унда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты һәм тәбрикләү һүҙе менән сығыш яһаны.