Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Дүшәмбе, 05 декабрь 2011
Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ
Башҡортостанда «Изге эштәр башҡарам» ижади бәйгеһе 9 ноябрҙә Благовещен ҡалаһында башланып, артабан республиканың барлыҡ ҡалаларын тиерлек солғап алды. Ә декабрҙең тәүге көнөндә Өфөлә гала-концерт менән изгелек марафонына йомғаҡ яһалды. Унда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты һәм тәбрикләү һүҙе менән сығыш яһаны.
Бәйгелә ҡатнашыу өсөн Интернетта рәсми төркөмгә инергә һәм башҡарған изге эшең тураһында видеотаҫма йәки фото урынлаштырырға кәрәк ине. Ойоштороусыларҙың фекеренсә, изгелектең яуызлыҡтан һәр саҡ өҫтөн тороуын, яҡшы эштәргә көн дә урын булыуын күрһәтеү, ярҙамға мохтаждарҙы хәстәрлек менән солғап алыу төп маҡсат ине.
Изгелек бәйгеһен бөтөн ерҙә дәррәү күтәреп алдылар һәм ихлас ҡушылдылар. Йомғаҡлау турында күрһәтелгән видеотаҫмалар республикабыҙҙа айырым кешеләр тарафынан бихисап яҡшы эштәр башҡарылыуы, уларҙың эскерһеҙ ярҙамы тураһында һөйләй. Мәҫәлән, Октябрьский ҡалаһында ауыр хәлдәге балаға сит илдә ҡатмарлы операция яһатыуға бағыусылыҡ күрһәткәндәр, хәҙер уның сәләмәтлеге бер аҙ яҡшырған. Нефтекамала, Стәрлетамаҡта һаулығы ҡаҡшаған ололарға ла ярҙам күрһәтелгән. Изгелек акцияһынан артистар, журналистар, хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре лә ситтә ҡалмаған.
Әлеге сараны ойоштороусылар Өфөнөң Спорт һарайында уҙған шоуға бер нисә ҡаланан акцияла әүҙем ҡатнашыусыны ла саҡырғайны. Изгелек ҡылыусылар сәхнәгә сығып, үҙ эштәре тураһында һөйләне. Йәштәрҙән торған аудитория уларға рәхмәт йөҙөнән дәррәү ҡул сапты, эстрада йондоҙҙары йыр бүләк итте.
Бер үк ваҡытта Интернетта “Изгелек баш ҡалаһы”н билдәләү буйынса тауыш биреү ҙә барҙы. Ниһайәт, алып барыусылар тауыш биреү тамамланыуын һәм бәйгегә йомғаҡ яһалыуын хәбәр итте. Иң күп тауышты йыйған Ағиҙел ҡалаһы «Изгелек баш ҡалаһы» исеменә лайыҡ булды. Автор: Фаил Ҡылысбаев
«Башҡортостан»
гәзите сайтынан
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө