Ижад донъяһына сәйәхәт

Ижад донъяһына сәйәхәт
Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә ойошторолған “Автограф көнө”ндә яңы сыҡҡан китаптарҙың исем туйы булды. Уҡыусылар ҙа, әҙиптәр ҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән килде сараға. 
Нәшриәт директоры Илһам Йән­дәүләтов байрамды асып, автор­ҙар­ҙы өр-яңы китаптары менән тәб­рикләне, ә баш мөхәррир Зөлфиә Ҡарабаева, яңынан-яңы ҡыҙыҡлы әҫәрҙәр көтә­беҙ, тигән теләк бел­дерҙе. Георгий Кацерик рус те­лендәге “Вчерашнее лицо” тигән ки­та­бынан шиғырҙар уҡы­ны. Яҙыу­сының һүҙе йөрәккә үтеп инерлек үткер, тос булды. Автор башҡа­ры­уында йыр ҙа һәммәбеҙгә оҡшаны. Уның китабында шулай уҡ поэмалар, Рәми Ғарипов, Сафуан Әлибаев, Кәбир Аҡбашев кеүек баш­ҡорт әҙиптәренең тәржемәләре, шу­лай уҡ авторҙың бала сағы, үҫмер йылдары тураһындағы шиғри циклдары урын алған
Салауат Юлаев исемендәге дәү­ләт премияһы лауреаты Рәшит На­заровтың “Ер һәм Йыһан йыры” исемле китабы хаҡында иһә тө­ҙөү­се­һе Риф Мифтахов һөйләне. Йы­йын­тыҡҡа 1962 – 1968 йылдарҙа ижад ителгән әҫәрҙәр менән бер рәттән, бығаса баҫылмаған “Гөл­би­кә”, “Һал­дат бәхете” поэмалары ла ингән. Риф ағай тамашасыны өр-яңы көл­көлө шиғырҙары менән дә ҡыуандырҙы. 
Өсөнсө ҡунағыбыҙ Мансур Һи­ҙиә­тов тәүге ижад емешен ─ “Ҡыу ҡарағас” тигән йыйынтығын алып ҡыуанған. Унда авторҙың матбуғатта баҫылып, уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу уятҡан “Ҡыу ҡарағас» повесы һәм хикәйәләре тупланған. Повеста шәх­си яҙмышы, йөрәге аша үткән ваҡи­ға­лар сағылыш тапҡан. “Был кита­бым артабанғы ижадыма илһам сығанағы булып тора”, – тип бил­дә­ләне автор. Ижади осрашыуға кү­ренекле прозаик Сабир Шәрипов та килгәйне. Ул ижадташ дуҫына килә­сәктә яңы әҫәрҙәр һәм уңыштар теләне.
Ошо көндәрҙә Фәрит Әхмәҙиевтең “99 робағи” тигән тәүге поэтик йыйынтығы донъя күрҙе. Ете циклға бүленгән дүрт юллыҡтарҙан торған баҫма заманса ҡарашлы авторҙың әҙәби традицияларға тоғролоғо, рух һәм тормош тураһында фекер тәрән­леге уҡыусыларҙа ҙур ҡы­ҙыҡ­һыныу уятты. Автор фекеренсә, бөгөн бындай баҫмаларға ихтыяж ҙур, ләкин китап сығарыуы еңел түгел. “Айырыу­са республикаға килгән ҡунаҡтарҙа сувенир баҫмалар ҡыҙыҡһыныу уята­саҡ”, – тип роба­ғиҙарҙан “ауыҙ ит­тер­ҙе” Ф. Әхмәҙиев. Йәш шағир Алмас Шаммасов роба­ғиҙарҙың тәрән фәл­сә­фәүи йөк­мәт­келе булыуын билдәләне.
Әйткәндәй, Әҙәбиәт йылы уңайы­нан “Китап” нәшриәте республиканың көньяҡ-көнсығыш ҡалаларында һәм райондарында китап һатыу, күргәҙмә ойошторҙо. Март аҙағында нәшриәт­селәр Рәсәй Китап сығарыусылар ассоциацияһы саҡырыуы буйынса Мәскәүҙә “Рәсәй китаптары” милли күргәҙмә-йәрминкәһендә ҡатнаша­саҡ. 
Автор: Нәркәс КҮРПӘСЕВА.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb