Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Ижад йылғаһының инеше лә мөһим
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
Ижад йылғаһының инеше лә мөһим
Тыуып үҫкән ер һәр саҡ оло йылғаны тулыландырыусы саф инеш булып ҡала. Бәрәкәтле сығанаҡтарға бай беҙҙең Уралыбыҙ, хатта уларҙың иҫәбен-һанын белмәйбеҙ. Ләкин тәүбишегенә ҡайтып килеүсе һәр кем өсөн тыуған ер – берҙән-бер, ул ғына ҡабатланмаҫ матурлыҡҡа эйә. Тик унда ғына яңынан тыуғандай була, үҙенә көс-ҡеүәт ала. Яҙыусы һәм журналист Рәсүл Сәғитовтың үҙенең тыуған яғында — Бөрйән районында яҡташтары менән осрашыуы бына шундай уйҙар тыуҙырҙы күңелдә. Хәйер, Башҡортостан “Китап” нәшриәте, матбуғат баҫмалары вәкилдәре менән берлектә уҙғарылған ҙур мәҙәни сараны әҙиптең юбилейы менән генә сикләү дөрөҫ булмаҫ ине. Йәш быуын, уҡыусылар, шулай уҡ төбәктең иң абруйлы кешеләре, аҡһаҡалдары менән күрешеп, күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшеү тормоштоң тулылығын, бөтөнлөгөн тәшкил итте.
Әбделмәмбәт мәктәбе – төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашыуы, республика, ил кимәлендәге ярыштарҙа алдынғылыҡ яулауы менән райондың ғорурлығы. Балаларҙың һәләтен асыу йүнәлешендә ижтиһад итеүсе мөғәллимдәр эшләй бында. Рәсүлде уҡытҡан, хәҙер хаҡлы ялдағы уҡытыусылар ҙа хәтирәләре менән ихлас бүлеште. Марат Муллағолов Иҫке Монасипта Рәсүл уҡыған кластың етәксеһе булған. Уның ҡатыны Зәкиә апай ана шул үткәндәрҙе, ҡабатланмаҫ матур мәлдәрҙе иҫенә төшөрҙө. “Марат уҡыусылары янына иртәнге етелә лә, киске туғыҙҙа ла сығып китә ине. Уҡыусылары тураһында “Минең бөркөттәрем” тип әйтә торғайны. Рәсүлгә лә күп ваҡытын бүлде, холҡон формалаштырыуҙа ла ҙур өлөшө барҙыр, сөнки Марат уны шәхес итеп күрҙе. Бөгөн килеп ошо егеттең Бөрйәндең Рәсүле булып китеүенә бик ҡыуанабыҙ. Остазыңдың ышанысын аҡлағаның өсөн рәхмәт! Мараттың рухы уҡыусыларынан ҡәнәғәттер”, – тине Зәкиә апай.
Класташы Вил Яхин шулай уҡ бала саҡтың бик ҡыҙыҡлы мәлдәрен иҫенә төшөрҙө.
Ҡыпсаҡ мәктәбендә ҡәләм тибрәтеүселәр ҙә күп кенә. Ғөмүмән, әҙәбиәт һөйөүселәр тураһында әйтергә лә түгел. Журналист, яҙыусы Рәсүл Сәғитовҡа һорау яуҙырҙылар ғына. Ҡәләм оҫтаһы һәр ҡайһыһына ентекле яуап бирҙе, Әбделмәмбәт ауылы тураһындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты. Ижадсы өсөн нимә ул тыуған яҡ, йыш ҡайтырға тура киләме, яратҡан уҡытыусыһы кем, ғөмүмән, ғаилә һәм мәктәп араһындағы бәйләнеш ниндәй булырға тейеш? Башҡа төрлө һорауҙар ҙа яңғыраны. Рәсүл Хәсән улына әсәһе биргән иң ҙур кәңәштәрҙең береһен телгә алыу кәрәктер. Ул халыҡ менән мөнәсәбәт ҡора белеүгә ҡағыла. “Кеше менән һаулыҡ һорашып, һөйләшеп бар, һәр саҡ йәмғиәттә, халыҡ менән йәшәйәсәгеңде онотма”, – ти әсәһе улына.
Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәшит Монасиповтың да фекерҙәре уҡыусылар күңеленә һеңгәндер: “Ҡыпсаҡ мәктәбе киләсәк тормошҡа нигеҙ һала. Бының ни өсөн икәнен Бөрйәндә бик яҡшы беләләр: алда әйтелгәнсә, был белем усағы республика данын үҫтереүгә лайыҡлы өлөш индерә килә”.
Иҫке Монасип ауылындағы осрашыу ҙа күңелдә онотолмаҫ ваҡиға булып ҡалды. Мәҙәниәт һарайында әҙәбиәткә булған мөнәсәбәт асыҡ сағылды — матур күргәҙмә ҡаршы алды. Һуғыш һәм хеҙмәт ветераны, элекке мәктәп директоры Сәлихйән Дәүләтбирҙин – тарих менән ҡыҙыҡһынған аҡһаҡалдарҙың береһе. Ул заманында тыуған яғы, уның шәхестәре тураһында бик матур мәҡәләләр менән йыш ҡына сығыш яһай торғайны. Хәйер, әле лә тәрән тамырҙар тураһында мәғлүмәтле, халыҡ хәтерен һаҡлаусы булып ҡала. Рәсүл Сәғитовтың шәжәрәһен яҡшы белә, уның нәҫеленә бәйле күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт еткерҙе.
Мәктәп директоры Рәғиҙә Истәкова яҙыусының «Имен-аман тороғоҙ!» исемле яңы китабына үҙенсәлекле анализ бирҙе. Рәсүл Сәғитовты уҡытҡан уҡытыусылар ҙа сығыш яһаны. Бына ошо мөхит “Ысын педагог ниндәй булырға тейеш?” тигән һорауға яуап та булды. Ә ғорурланырлыҡ нәмәләр күп. Борон-борондан һаҡланып килгән йырҙар, ҡобайырҙар булмаһа, бөгөнгө әҙиптәребеҙҙең йөрәгенән сыҡҡан һүҙҙәре ишетелмәһә, ошо изге төшөнсә лә юҡҡа сығыр, һүрелер, төҫһөҙләнер ине. Матур традицияларҙы һаҡлай бөрйәндәр. Башҡортостан “Китап” нәшриәтенең баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева “Йәштәр тауышы” серияһы тураһында мәғлүмәт биреп, яңы быуын ижадсылары өсөн матбуғатта йышыраҡ сығыш яһауҙың мөһимлеген әйтте. Бөрйәндәр шулай уҡ иң күп китап уҡыусылар төркөмөнә инә икән, был үҙе генә лә әҙәбиәт һәм мәҙәниәткә мөнәсәбәт тураһында байтаҡ нәмәне аңларға ярҙам итә.
“Шоңҡар” журналының баш мөхәррире, яҙыусы Мөнир Ҡунафин милли матбуғатыбыҙҙы иң ҙур байлыҡ менән сағыштырҙы, башҡорт әҙәбиәтенә ниндәй йәштәр килеүе, уның сифаты тураһында әйтте. Бөрйән районы республикала “Шоңҡар” журналын иң күп алдырыусы икән. “Ватандаш” журналының баш мөхәррире Азамат Юлдашбаевтың: “Милләтебеҙҙең бишеге – Бөрйән”, — тип әйтеүендә лә хикмәт бар.
Йомғаҡлау кисәһе район үҙәгендәге мәҙәниәт һарайында уҙҙы, унда ла бөрйәндәр күренекле яҡташтарына йөрәк йылыһын ҡотлау һүҙҙәре аша ла, йыр-моң менән дә еткерҙе, хакимиәттең ул саҡтағы башлығы Динир Әхмәтйәновтың шәхсән килеүе сараға мәртәбә өҫтәне.
Күп нәмә кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәт ҡора белеүенән тора. Быуаттар буйы башҡорт үҙенсә аралашҡан, был телде бер ниндәй ҡара көс тә ҡыҫырыҡлай алмаған. Үҙ бәҫен, дәрәжәһен белгән халыҡ көн итә бөгөн Бөрйәндә. Үҙенә, киләсәгенә ышанған халыҡ йәшәгәндә, рухи ҡомартҡыларға ихтирамлы мөнәсәбәт булғанда тел, ил бөтмәҫенә ышаныс нығый. Ошоноң ысынбарлығын сағылдырған мөхиттә булып ҡайтты журналистар һәм яҙыусылар.
Автор: Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Шишәмбе, 06 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө