Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Ижад миҙгеле дауам итә
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Дүшәмбе, 25 июнь 2012
Ижад миҙгеле дауам итә
8 июндә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Наил Ғәйетбайҙың пьесаһы буйынса ҡуйылған «Бер мәл санаторийҙа…» спектакле премьераһы үтте.
Спектаклде Өфө «Нур» татар дәүләт театрының тәжрибәле режиссеры Илдар Вәлиев сәхнәгә сығарҙы. Драматург Наил Ғәйетбайҙың авторлығындағы спекталдәр иһә бөтә ил буйынса бара. Улар бергәләп ижад иткән тамаша театр тарихында сағыу күренеш булды.
…Республиканың төрлө төбәктәренән йыйылған элекке хеҙмәт алдынғылары: ябай эшселәр, интеллигенция вәкилдәре ял итергә санаторийға килә. Әммә, беренсе көндән үк аңлашмаусанлыҡтар, сыуалыштар башлана. Етмәһә, төрлө райондарҙан йыйылыуға ҡарамаҫтан, геройҙарҙың яҙмышы бер-береһенә бәйле, хатта ҡайһылары ҡасандыр бер-береһен бик яҡын күргән кешеләр булып сыға…
Спектаклгә, дөйөм алғанда, театрҙың оло быуын артистары йәлеп ителгән. Тәнзилә Хисамова, Нурия Ирсаева, Миңзәлә Хәйруллина, Хәмит Яруллин, Илдар Сәйетов, Суфия Сәфиуллина, Илсөйәр Ғәзетдинова, Рәмзиә Хисамова, Әхәт Хөсәйенов, Заһир Вәлитов, Рауис Заһитов һәм башҡа артистар уйнай.
Тамашасылар һорауы буйынса 26 июндә «Бер мәл санаторийҙа…» комедияһы ҡабатлап ҡуйыла.
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө