Баш ҡаланың Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында яҙыусы Сергей Крульдың ижадына бағышланған конференция уҙҙы. Унда «Күк күлдәкле ҡыҙ» һәм «Минең атайым – рәссам Леонид Круль» тип исемләнгән китаптың исем туйы ла үтте.
«Минең атайым – рәссам Леонид Круль» тип исемләнгән китабында яҙыусы атаһының рәссам һөнәрен үҙләштереп, нисек юғары кимәлгә күтәрелеүе хаҡында бәйән итә. Яҙыусы был осрашыуҙы атаһының образы аша буласаҡ рәссамдарға өгөт-нәсихәт биреү ниәтендә ойошторған.
Сығанаҡ: Башҡортостан юлдаш телевидениеһы