Ижади эштәргә конкурс иғлан ителде

Ижади эштәргә конкурс иғлан ителде
Рәсәй тарихы йылы айҡанлы гәзитебеҙҙә яңы махсус рубрикалар асылды, ижади эштәргә “Ватан тарихы — халҡыбыҙ яҙмышы” конкурсы иғлан ителде. Ватан һуғышының 200 йыллығына арналған яҙмалар ҙа йыш баҫыла. 
Әгәр “Башҡортостан”ды даими уҡып барған булһағыҙ, түбәндәге һорауҙарға яуап биреү бер ни тормаҫ. 1812 йылғы Ватан һуғышы темаһына үткәрелгән викторинаға ике аҙнанан йомғаҡ яһаласаҡ. Яуаптарығыҙҙы оҙаҡ тотмағыҙ, почта аша йәки электрон адресҡа (Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра.) ебәрә һалығыҙ. Еңеүселәргә — редакциянан иҫтәлекле бүләктәр!
1. Стәрлетамаҡ районының Айыусы ауылында Ватан һуғышында ҡатнашҡан ҡайһы арҙаҡлы шәхесебеҙгә арнап стела астылар?
2. Башҡорт яугирҙәре, француздарҙы сигендереп, Европа илдәренә аяҡ баҫҡас, немецтарҙың ниндәй билдәле кешеһе менән осрашҡан?
3. Башҡорт алайҙары (полктары) нисә кешенән торған?
4. Сит илдәге ҡайһы ҡаланың бер сиркәүе көмбәҙендә башҡорт яугире атҡан уҡтың башағы һаман да һаҡлана?
5. Француздар башҡорттарҙы, “төньяҡ амурҙары”нан тыш, тағы ниндәй атама менән телгә алған?
6. Башҡортостанда Ватан һуғышының 100 йыллығын байрам иткәндә бер юлы нисә ҡурайсы сығыш яһаған?
7. “Төньяҡ амурҙары” романын кем яҙған?
8. “Бөйөк Ватан мөхарәбәһенә йөҙ йыл тулыу мөнәсәбәте илә бабаларыбыҙҙың ил өсөн күрһәткән фиданлыҡтары шәрәфенә” 1912 йылда ниндәй башҡорт яҙыусыһы “Ватан ҡаһармандары” тигән драма ижад иткән?
9. Башҡорт ҡатындарының да ирҙәре менән бергә Наполеон илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышҡа барғаны, саялыҡ күрһәткәне тураһында шул заманда яҙылған ниндәй әҙәби әҫәрҙән уҡып беләбеҙ?
10. “Любезные вы мои, башкиры!..” — тип кем әйткән?
11. Һуғышта күп батырлыҡ күрһәткән беренсе башҡорт полкы ҡайһы кантонда төҙөлгән булған?
12. Башҡорт һуғышсыларын француз яуына оҙатҡанда ҡайһы абруйлы сәсәндең ҡатнашҡаны тураһында мәғлүмәт бар?
13. Можайск ҡалаһы янында Илдар Шәйәхмәтовтың проекты буйынса башҡорт яугирҙәре иҫтәлегенә һәйкәл нисәнсе йылда ҡуйылған?
14. Башҡортостанда Ватан һуғышына бәйле барлыҡҡа килгән өс ер-һыу атамаһын әйтегеҙ.
15. Бер йырсыбыҙ француз яуында ҡатнашҡан ата-бабаһы хөрмәтенә үҙенә сәхнә псевдонимы алған. Кем ул?
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb