Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Ижадҡа арналған ғүмер
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 26 сентябрь 2014
Ижадҡа арналған ғүмер
Сәйфи Ҡудаш Шишмә районының Келәш ауылында тыуған.
1913 йылда шундағы мәҙрәсәне тамамлағас, белемен арттырыу маҡсатында ҡаҙаҡ далаларына, Ҡустанайға юл тота. Үҙенең тәүге уҡытыусыларынан алған белеме менән ҡаҙаҡ балаларын уҡытырға саҡыралар. Ошо осорҙа ҡаҙаҡ телен, уларҙың фольклорын, йырҙарын, тарихын өйрәнә. Әҙәбиәттә үҙ көсөн тәүге тапҡыр һынап ҡарай. Ҡустанайҙа эшләгәндә Ғабдулла Туҡай тураһында тәүге шиғырын яҙа. Данлыҡлы «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә уҡыу теләге лә тормошҡа аша.
Үҙенең тормош юлы тураһында шағир былай тип хәтерләй:
“1913 йылда тыуған ауылымдағы мәҙрәсәне тамамлағас, бәхет эҙләп, белемемде арттырыу өсөн аҡса табыу маҡсатында тәүге сәйәхәткә юлланырға ҡарар ҡылдым. Өй тулы бала-сағаһы булған әсәйемдән аҡса һорарға оялдым. Һораһам, әлбиттә, берәй малын һатып булһа ла бирер ине. Еребеҙ бәләкәй ине, атай иртә мәрхүм булды, мал да аҙ ине, ярлыларҙың балалары ғына күп бит... Мин ҡаҙаҡ далаларына, Ҡустанайға юл тоттом. Ул саҡта бер ниндәй самолет та, машиналар ҙа юҡ ине, дала буйлап йәйәү атлайым, осраған һәр нәмәгә – ҡояшҡа, үләнгә, мине алға этәргән елгә һәм бигерәк тә кешеләргә – ҡыуанам. Төндәрен ҡайҙа етһәм, шунда – ҡуналҡала, ауылдарҙа – үткәрәм.
Сәйәхәтселәрҙе кешеләр борон-борондан ихтирам итә торғайны, ҡунырға индерер, ҡайҙа һатып, ә күп осраҡта йәлләп ашарға ла бирер ине. Үҙебеҙҙең Келәш мәктәбендәге уҡытыусыларҙан алған ярайһы уҡ яҡшы белемем арҡаһында мине ҡаҙаҡ балаларын уҡытырға саҡырҙылар. Ул саҡтағы бәхетле көндәремде ғүмерҙә онотаһым юҡ. Ике генә йыл. Әммә улар миңә күп нәмә бирҙе. Мин ҡаҙаҡ телен, уларҙың фольклорын өйрәндем, күп йырҙар ишеттем, аҡындар күп тарих һөйләне. Был изге күңелле, эшһөйәр халыҡты яратып киттем. Мин унда әҙәбиәттә үҙ көсөмдө тәүге тапҡыр һынап ҡараным. Ҡустанайҙа бөйөк Туҡайҙың вафаты тураһында ишеттем һәм Туҡай тураһында тәүге шиғырымды яҙҙым. Минең бик тә данлыҡлы “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә уҡығым килде, унда дини менән бер рәттән донъяуи белем дә бирәләр ине бит. Һәм мин был бәхеткә ирештем, унда ҡаҙаҡ Бәйембәт Майлин, Шәйехзада Бабич, Хәсән Туфан менән дуҫлаштым. Ошонда мин тәүге тапҡыр Мәжит Ғафуриҙы, Сәғит Рәмиевте күрҙем. Өс йыл ваҡыт һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Октябрь революцияһынан һуң ауылда мәктәптә уҡыттым.
1925 йылда Өфөгә күстем. Тәүҙә “Башҡортостан” редакцияһында, һуңынан “Яңы ауыл”да эшләнем. Ошо ваҡытта Мәжит Ғафури менән яҡындан дуҫлашып киттем. Мәжит Ғафури үпкә туберкулезы менән сирле ине. Ул саҡта көслө дарыуҙар булманы. Башҡорт Хөкүмәте шағир тере саҡта уның алты том әҫәрҙәрен сығарыуҙы тиҙләтергә ҡарар итте. Ғафуриҙың теләге буйынса был яуаплы эште миңә һәм Булат Ишемғоловҡа йөкмәттеләр. Көн-төн ал-ял белмәй эшләнек, ләкин беҙгә эште тамамларға бирмәнеләр. Кемдеңдер ошаҡлауы арҡаһында мине “Етегән” тигән ниндәйҙер йәшерен ойошмала ҡатнашыуҙа ғәйепләнеләр. Үҙемде тыңларға ла теләмәнеләр, партиянан сығарҙылар. “Октябрь” журналы мөхәррире булып эшләп йөрөгәнемдә эштән ҡыуҙылар. Ҡулға алыуҙан ҡурсалап, мине Ҡыйғы районына ебәрҙеләр”.
...Сәйфи Ҡудаш Ҡыйғы район гәзитен ойоштороуҙа төп роль уйнай. Унда эшләгәнендә (1930 – 1931) баҫмала йыш сығыш яһай, ҙур әҫәр өсөн материалдар йыя, һәм шиғыр менән яҙылған “Ҡушҡайын” романы донъя күрә. Унда коллективлаштырыу, колхоздарҙы нығытыу тураһында һөйләнелә.
Һуңынан шағир Өфөгә әйләнеп ҡайта. ВКП (б) Үҙәк Комитетына партия сафына ҡайтарыуҙарын һорап апелляция яҙа – 1927 йылда теләген үтәйҙәр. 30-сы йылдар уртаһынан Сәйфи Ҡудаш үҙен тулыһынса әҙәби ижадҡа арнай. Башҡорт әҙәбиәте аҡһаҡалының 80-дән ашыу китабы сыға. Улар күп телдәргә тәржемә ителгән.
1964 йылда Сәйфи Ҡудашҡа “Башҡортостандың халыҡ шағиры” исеме бирелә, ә 1985 йылда ул “Шиғырҙар һәм поэмалар” китабы өсөн Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Шишәмбе, 06 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө