Иғтибар! Яңы дини календарь донъя күрҙе!

Иғтибар! Яңы дини календарь донъя күрҙе!
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә үҙенсәлекле китап-календарь донъя күрҙе. Ул 2013 йылғы "Башҡортса дини календарь" тип атала. Уның авторҙары-Сәләх Суҡбаев, Фирҙәүсә Бикташева менән Ғәлиә Ғәлимова. Был баҫмалағы аят, доға һәм сүрәләрҙең ғәрәпсә яҙылышы, транскрипцияһы, дини даталар Башҡортостан мосолмандары диниә назараты рәйесе, мөфтөй Нурмөхәммәт хәҙрәт Ниғмәтулла тарафынан әҙерләнгән.
Ислам дине ун дүрт быуаттан ашыу кешелек донъяһына илаһи нур, рухи аҙыҡ, изге ҡанун булып хеҙмәт итә. Ислам дине - халҡыбыҙҙың мәңге һайыҡмаҫ, саф һәм пак рухи һәм ижади шишмәһе. Ун бишенсе йыл инде сығып килгән "Башҡортса дини календарь" халҡыбыҙ күңеленә бөйөк мираҫ, дин, иман, әхлаҡ һәм тәрбиә еткереүҙә үҙенең ҙур өлөшөн индерә. Ул йәштәр өсөн дә, ололар өсөн фәһемле әсбап буласаҡ.
2013 йылғы "Башҡортса дини календарь" китабында ислам тәғлимәте, мосолман байрамдары, ай һәм ҡояшҡа бәйле астрономик мәғлүмәттәр, намаҙ уҡыу ваҡыттары бирелгән, мосолман ай иҫәбе күрһәтелгән. Был баҫма Ҡөрьән аяттары, хәҙистәр, дин ғалимдарының хеҙмәттәренән алынған хикмәтле фекерҙәр, ата-бабаларыбыҙҙың башынан үткән ғибрәтле хәлдәр менән байытылып, тәрбиә мәҙрәсәһендәге дәрестәрҙе дауам итеү маҡсаты менән әҙерләнә. 10 000 дана тираж менән донъя күргән календарҙы нәшриәттең фирма магазиндарында һатып алырға мөмкин.
Сығанаҡ: "Киске Өфө" гәзите

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb