Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
“Йәнкиҫәк”кәй Өфөгә килә
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
“Йәнкиҫәк”кәй Өфөгә килә
19 апрелдә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Сибай башҡорт драма театры коллективы “Йәнкиҫәк” (“Бер ғүмер тарихы”) тип аталған спектакль күрһәтәсәк. Уның авторы — күренекле яҙыусы,
М. Өмөтбаев һәм З. Биишева исемендәге премиялар лауреаты, ғалим Тимерғәле Килмөхәмәтов, ҡуйыусы режиссеры — Илсур Ҡаҙаҡбаев, композиторы — Илшат Яхин, рәссамы — Айнур Юнысбаев.
Төп ролдәрҙе Вадим Ғилманов менән Залина Сөләймәнова, Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Сәйфуллин башҡара. Шулай уҡ халыҡ артистары Юнир Ғәйнуллин, Әлфирә Ғәлләмова, йәш актерҙар Айгөл Зәйнуллина, Урал Зәйнуллин, Салауат Вәлиев, Марат Амантаев, Юнир Мансуров ҡатнаша. Театрҙың художество етәксеһе, белеүебеҙсә, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Дамир Ғәлимов.
Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған спектаклдең премьераһы Сибайҙа былтыр 29 – 30 сентябрҙә үткәйне. Әйткәндәй, ҙур уңыш ҡаҙанды ул. Баймаҡ ҡалаһында, Әбйәлилдә, Хәйбуллала ла был спектакль аншлаг менән барҙы.
Театр коллективының ошо сығышы тураһында республика матбуғатында ыңғай рецензиялар байтаҡ баҫылып сыҡты. Сибайҙа “Йәнкиҫәк”тең премьераһын ҡараған тамашасыларҙың фекерҙәрен килтерәбеҙ.
Ҡәҙим Аралбаев, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты:
– Маҡтаулы театрҙың яңы спектакле ғәжәп халыҡсан һәм бай йөкмәткеле. Был тема бөгөн бик әһәмиәтле. Тамашасы уны ихлас ҡабул итте. Зал шығырым тулы. Төрлө йәштәге кешеләр килгәйне. Улар йә тып-тын ҡалып, йә берҙәм ҡул сабып ҡараны тамашаны.
Ҡорҙашым, ҡәләмдәшем Тимерғәле Килмөхәмәтов тормош дөрөҫлөгөн шымартмаған, уның әрнеүле яҡтарын да асып бирергә өлгәшкән. Йәш режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев, композитор Илшат Яхин, рәссам Айнур Юнысбаев зауыҡлы, тулҡынландырғыс драматик сәхнә әҫәре ижад иткән.
Театрҙың был яңы спектакле – Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына лайыҡлы бүләк.
Рәмзиә Юламанова, тамашасы:
– Тимерғәле Әбделғәлим улы “Йәнкиҫәк” пьесаһын тәрән кисерештәр менән, илһамланып ижад итте. Быға мин үҙем шаһит. Автор, атаһы һуғышта һәләк булғас, инәһе ҡарамағында үҫкән. Тормош ауырлыҡтарын күп татыған, атайһыҙлыҡты, кәмһетелеүҙәрҙе күп кисергән кеше. Һынауҙарҙы күтәрә-күтәрә оло бәхеткә ирешкән Миңйыһандың һәм улы Санъярҙың (пьесаның төп геройҙары), һуғыш арҡаһында тол ҡалған ауыл ҡатындарының, атайһыҙ үҫкән малайҙарҙың яҙмышы тетрәндерә лә, ғорурлыҡ та уята. Һуғыштың ни тиклем аяуһыҙ, кешелекһеҙ, ҡанһыҙ икәнлеге, ябай халыҡтың рухи ныҡлығы, берҙәмлеге шул тиклем үтеп керә күңелгә.
“Йәнкиҫәк” спектакле күңелде таҙарта, рухты күтәрә, оло һабаҡ бирә тамашасыға. Уны ҡарағас, күҙ йәштәрен һөртә-һөртә, берсә рухың байығып, берсә күңелең тулып, саф һауаға, сыуаҡ көнгә килеп сығаһың. Үҙ алдыңа бер һүҙҙе ҡабатлайһың: “Хоҙай Тәғәлә, илемә, халҡыма башҡаса һуғыш күрһәтмә!”
Хөрмәтле дуҫтар, гәзит уҡыусылар, замандаштар! Йәштәр театрына килегеҙ! Сибай артистары һеҙҙе “Йәнкиҫәк” спектакленә саҡыра. Күркәм тамашанан ситтә ҡалмағыҙ! Спектакль 19 апрелдә киске сәғәт 6-ла башлана.
Автор: А. АБҘАҠОВ.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө