Чайковскийҙың тыуыуына 175 йыл тулыуға арналған конкурс тәүге тапҡыр Новосибирск ҡалаһында асылды. Унда 23 илдән: Рәсәй, Әрмәнстан, Азербайжан, Украина, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Бөйөк Британия, Франция, Италия, Германия, Австрия, Люксембург, Дания, Хорватия, Румыния, Корея, Ҡытай, Япония, Монголия, АҠШ, Канада, Израиль һәм Австралиянан 127 йәш музыкант ҡатнаша.
Финалсылар Новосибирск академик симфоник оркестры һәм Беларусь Республикаһының Дәүләт академик симфоник оркестры оҙатыуында сығыш яһай. Еңеүселәр 15 декабрҙә иғлан ителә.
Петр Чайковский исемендәге халыҡ-ара конкурс – 17 йәшкә тиклемге музыканттар өсөн ҙур һөнәри бәйге. Конкурс фортепиано, скрипка, виолончель белгеслектәре буйынса уҙғарыла.
Тимофей Владимиров — республика, Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты, «Щелкунчик» йәш музыканттарҙың XIV халыҡ-ара телевизион конкурсы дипломанты, Башҡортостан Башлығы стипендиаты, «Рәсәйҙең һәләтле балалары» проекты еңеүсеһе, Владимир Спиваковтың халыҡ-ара хәйриә фонды стипендиаты. Тимофей урта махсус музыка колледжында билдәле педагог, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Татьяна Погодина класында уҡый. Тимофей Владимиров 10 йәшенән үк Мәскәү, Санкт-Петербург, Ырымбур, Вологда һәм Мантаа (Финляндия) ҡалаларының иң яҡшы концерт залдарында сығыш яһай.