Йәштәр ҙә саммитҡа йыйыла

Йәштәр ҙә саммитҡа йыйыла
Башҡортостанда ШОС Йәштәр советы ултырышы уҙа. Сара Өфөләге ШОС һәм БРИКС саммиттары программаһына индерелгән. Йәштәр форумы 9-10 июлдә ойошторола. Унда Рәсәй, Ҡытай, Ҡаҙағстан, Тажикстан һәм Ҡырғыҙстандан 30-лаған йәш сәйәсмән ҡатнаша. Ултырышта дәүләт-ара хеҙмәттәшлек, мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыу мәсьәләләре ҡарала. Йәштәр төрлө фестиваль-күргәҙмәләр, спорт ярыштары, форумдар уҙғарыу буйынса әңгәмәләшә.
Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының Йәштәр советы 2006 йылда президент Владимир Путин башланғысы менән барлыҡҡа килде. Йәштәр дәүләт башлыҡтарына үҙҙәренең тәҡдимдәре һәм проекттары менән мөрәжәғәт итә ала. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb