Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә етә...
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә етә...
Урамда – яҙ! Әйләнә-тирәләге ығы-зығыға ла иғтибар итмәй, ҡанатланып, осоп көйлө-моңло һуҡмаҡтан Иҙел Нурғәлин килә. Ҡанатланмаҫлыҡмы ни һуң йәш йөрәккә?! Мөхәббәт, сафлыҡ, матурлыҡ менән һуғарылған көйҙәре, йырланыр йырҙары, йондоҙ булып тағы ла яҡтыраҡ балҡыры алда әле йәш егеттең!
“Каруанһарай” студияһы йырсыһы Иҙел Нурғәлиндең “Әсәйемә”, “Аҡландарға кил”, “Ағиҙелдең буйҙарында”, “Рәхмәт йыры”, “Иман бирһен Хоҙай”, “Ғүмерем”, “Дуҫтар”, “Сейәләрем”, “Ҡарлуғас” кеүек йырҙарын йәше лә, ҡарты ла ихлас яратып тыңлай.
Ғәҙәттә, кешенең булмышын һәм асылын хеҙмәт иткән һөнәре билдәләй. Һәр ваҡыт нимәлер менән мәшғүл, тик хәрәкәттә булған, үткер ҡарашлы, тынғыһыҙ Иҙел үҙен баянсы, композитор, йырсы итеп кенә түгел, һөйләһә теленән бал тамған һүҙ оҫтаһы – төрлө сараларҙа, юбилей, туй мәжлестәрендә шәп алып барыусы булараҡ та танытып өлгөрҙө.
Әйткәндәй, ул “Эх, йырлап йәшәүҙәре...” исемле дәртле концерты менән Башҡортостанды гөрләп урап сыҡҡандан һуң, 16 майҙа Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармония- һында йәнә үҙенең дуҫтарын, туғандарын, яратҡан тамашасыһын йыя.
Сағыу тамашала уның ижадташ дуҫтары Венера Юлгилдина, Вилдан Яруллин, Юнир Һағынбаев, Алина Дәүләтханова, Таһир Шәһивәлиев, Лариса һәм Илдар Хәтмуллиндар ҡатнаша.
Иманыбыҙ камил, талантлы, ярҙамсыл, эскерһеҙ, ябай, дуҫтары, тамашасыһы алдында һөйөү-хөрмәт яулаған Иҙел Нурғәлинде алда яҡты, өмөтлө юлдар, оҙон йылдар, үҙенә генә хас булған көйлө-моңло уңышлы ғүмер һуҡмағы көтә...
Автор: Д. ДАНИЛОВА
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө