Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Йөрәктәргә ялҡын өҫтәне
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
Йөрәктәргә ялҡын өҫтәне
Мораҙым тарлауығында районыбыҙҙа алтынсы тапҡыр 3 йәштән 15 йәшкә тиклемге бейеү оҫталары ҡатнашлығында “Байыҡ” республика телевизион конкурсының Гала-концерты үтте.
Зәңгәр күккә олғашҡан мәғрур ҡаялары менән үҙенә йәлеп иткән Мораҙым тарлауығы был көндө айырыуса байрам төҫөн алды: һәр тарафҡа ағылған милли моң, сәхнәнең байрамса биҙәлеше, боронғо ата-бабабыҙҙың йәшәйешен сағылдырған аҡ тирмәләр, Мораҡ ауылының тәрбиә һәм белем усаҡтары әҙерләгән иҫ киткес бай йөкмәткеле күргәҙмәләр...
Байрам кисәһен асыу өсөн һүҙ хөрмәтле ҡунаҡтарға бирелде. Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Хәләф Ишморатов күгәрсендәргә, мәртәбәле конкурста ҡатнашыусыларға, алыҫ араларҙы яҡын итеп Төньяҡ Осетия, Хакас һәм Ҡырым, Ҡырғыҙстан республикаларынан, Әстрхан ҡалаһынан килгән бейеүселәргә республика етәксеһе Рөстәм Хәмитовтың ялҡынлы ҡотлау сәләмен еткерҙе. Артабан ул “Байыҡ” проектының авторы Рита Өмөтбаева һәм Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Фәрит Мусинға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының иң юғары наградаһын – “Ал да сәс нур халҡыңа” миҙалын тапшырҙы. Республикабыҙҙың мәҙәниәт министры урынбаҫары Шамил Абдраҡов “Байыҡ”тың милли традицияларҙы һаҡлап, киләсәк быуынға тапшырыу, башҡорт бейеүенең үҫеше, халыҡтар араһындағы дуҫлыҡ күперен нығытыу йәһәтенән баһалап бөткөһөҙ әһәмиәтен билдәләне.
Фәрит Мусин, республикабыҙҙың үҙенсәлекле, бай мәҙәниәтен, бейеү сәнғәтенең бөйөклөгөн раҫлаусы “Байыҡ” конкурсының алтынсы тапҡыр Күгәрсендә, хозур тәбиғәт ҡосағындағы Мораҙым тарлауығында үткәрелеүе беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ, тине һәм йәш таланттарҙы, ҡунаҡтарҙы күркәм байрам айҡанлы ихлас тәбрикләне.
Илебеҙҙең һәм еребеҙҙең рухы бөркөлгән ялҡынлы көс нәҡ бөгөнгө дәртле, йөкмәткеле сығыштарҙа йәнләнде. Ысынлап та, сәхнәлә башҡарылған һәр бейеүҙә һис бер ҡасан һынмаған ғорур халҡыбыҙҙың данлы үткәне, бөйөклөккә, яҡтылыҡҡа ынтылышы, киләсәккә төбәлгән киң ҡарашы, уй-хыялдары сағылды. Учалы районынан 6 йәшлек Ләйсән Золотарева башҡарыуында “Һыбайлы ҡыҙ”, Азамат Рәхимов бүләк иткән “Маршрут”, Рафиҡ Ишмөхәмәтов һәм Илгиз Сөләймәновтың “Игзаков” бейеүҙәре, Әбйәлилдән Искәндәр Хәлиловтың “Солтанаҡ” һәм Илдар Әхмәҙиев башҡарыуында “Рекрут”, “Алтынай” өлгөлө бейеү ансамбленең “Ауылым урамдары”, Мәсетленән Салауат Зәйнетдиновтың “Ирәндек бөркөтө”, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Урал Ҡолмөхәмәтовтың “Бөрйән егеттәре” бейеүҙәре нәҡ өҫтә әйтелгәндәрҙе иҫбатлап торҙо.
Ситтән килгән ҡунаҡтар был юлы ла тамашасыға онотолмаҫ хистәр бүләк итте. Төньяҡ Осетияның “Бонварнон” ансамбле ҡыҙҙары-егеттәре башҡарған “Хонга”, “Айт, айт лаппута”, Әстрхан ҡалаһынан “Эверест” кавказ халыҡтары бейеүе театры тәҡдим иткән чечен бейеүҙәрендә, “Кавказ ритмдары”нда тау халҡының бар булмышы кәүҙәләнде. Уларҙың өҙә баҫыуынан халыҡ та урынында ултырып сыҙаманы, аяғүрә баҫып, таланттарҙы көслө алҡыштарға күмде. Ҡырғыҙстандан “Каухар” ансамбленең ҡыҙҙары мөләйемлеге, ихласлығы менән күңелдәрҙе арбаһа, Хакасиянан “Илһам” һәм Ҡырымдан “Шатлыҡ” бейеү ансамблдәре үҙенсәлекле, бай йөкмәткеле композициялары менән әсир итте.
“Байыҡ” бәйгеһенең жюри ағзаларына күп тир түгергә тура килгәндер, сөнки һәләтле йәштәребеҙ бихисап, ә иң-иңдәрен һайлап алырға кәрәк. Бәйгелә быйыл 1100 бейеүсе ҡатнашһа, шуларҙың 360-ы ғына финалға үтте.
Ниһайәт, “Байыҡ-2014” бейеү бәйгеһенең иң-иңдәре менән танышыу мәле лә етте. Баймаҡтан Рәил Рәхмәтуллин “Рекрут” бейеүе өсөн малайҙар араһында гран-при хужаһы тип танылды.
Дуэттар араһында иһә гран-при Әбйәлилдән Эльвина Ғәббәсова менән Рифат Сәйетғәлингә (“Француз яулығы” бейеүе өсөн) тәтене.
Ансамблдәр араһында гран-при – Баймаҡ районынан “Ирәндек” балалар ансамблендә.
Еңеүселәрҙең бөтәһе лә иҫтәлекле бүләктәр һәм ноутбук, төрлө кимәлдәге дипломдар менән бүләкләнде.
Автор: Гөлшат Вәлиева.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Шишәмбе, 06 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө