ЙОЛАЛАРЫБЫҘ МИЛЛИ СӘНҒӘТ НИГЕҘЕ УЛ

ЙОЛАЛАРЫБЫҘ МИЛЛИ СӘНҒӘТ НИГЕҘЕ УЛ
Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Мәҙәниәт йылы райондың мәҙәни тормошона ниндәй сағыу биҙәктәр өҫтәне?
Гөлназ ЙЫҺАНШИНА, Баймаҡ район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе: Туған тел, уның менән бергә мәҙәниәт, йолалар ҙа һәр милләтте милләт итеүсе, уны һаҡлаусы булып тора. Ошо хәҡиҡәтте беҙҙә олоһо ла, кесеһе лә аңлай. Көн һайын ниндәйҙер мәҙәни сара үтеп тора, уның урынына яңыһын уйлап табып торалар. Фольклор коллективтары, китапхана хеҙмәткәрҙәре, ағинәйҙәр ҡорҙары, ҡатын-ҡыҙҙар советтары бик әүҙем эшләй. Кемдер, фольклор - профессиональ сәнғәт түгел, тиер, әммә милли сәнғәт нигеҙен барыбер ана шул йолаларыбыҙ, йырҙарыбыҙ, бейеүҙәребеҙ тәшкил итә. Республиканың мәҙәни тормошонда уларҙың үҙенең лайыҡлы урыны бар. Халыҡ беҙҙә эшләй ҙә, ял да итә белә. Шуға ла Мәҙәниәт йылы булған өсөн генә ниндәйҙер саралар үткәрҙек, тип әйтеп булмай, районда сәнғәт донъяһы гөрләп тора. Был йылда матди яҡтан ҙур ярҙам күрҙек, ауылдарҙағы клубтарҙы ремонтлай алдыҡ, ошо яҡтан Мәҙәниәт йылының әһәмиәтен билдәләп китергә кәрәк. 
Республиканың һәр ҡала-районында ҡурайсылар, йырсылар, бейеүселәр, театрҙар араһында бәйгеләр үтеп тора. Мәҙәниәт йылы айҡанлы республикала барған "Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы" эстафетаһын ҡабул иткәндә "Башҡорт аты" тип аталған бик үҙенсәлекле фестиваль ойошторҙоҡ. Күптәр эстафета сараһын район мәҙәниәт йорто сәхнәһендә генә үткәрҙе, ә Баймаҡ районы бөтөн халыҡты һабантуй майҙанына йыйҙы. Районыбыҙҙың тәбиғәт шарттары йылҡы үрсетеү өсөн ҡулайлы, башҡорт тоҡомло аттар хатта райондың бренды булып тора алыр ине. Ошоно иҫәпкә алып, тик йылҡы малына ғына бағышланған йолаларҙы, ырымдарҙы, йырҙарҙы, бейеүҙәрҙе иҫкә төшөрҙөк. Ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың йылҡы малына бәйле ҡул эштәре тергеҙелде, төрлө йәштәге аттарҙан торған күргәҙмәләр ҙә күптәр өсөн оло һабаҡ булды. Башҡорттоң әле көндәлек шөғөлө булып торған ҡымыҙ бешеү эшендә маһирҙар үҙ оҫталығын күрһәтте. Бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр йылҡысылыҡҡа ылыға, ата-бабалар шөғөлөн дауам итә, шуныһы ҡыуаныслы. 
Фестиваль сиктәрендә ат көтөүселәре араһында бәйге булды. 20-нән ашыу кеше ҡатнашырға теләк белдергәйне, уларҙың араһынан 11-ен һайлап алдыҡ. Улар атты егеп, кире туғарырға, сыбыртҡы шартлатып күрһәтергә тейеш ине. Тәмле үлән сәйе әҙерләп тә эсерҙеләр. Ат сабышы ла булды. Ат тояҡтары тауышын ишетеп, күптәрҙең йөрәгендә йоҡлаған атҡа һөйөү тойғолары яңынан уянғандыр, моғайын. Юғиһә, барыһы ла тимер "атҡа" күсеп ултырып бөттө, көтөүҙе лә машинала көтәләр. Киләһе йылдан был фестивалде республика кимәлендә үткәреү мөмкинлектәрен барлайбыҙ. Халҡыбыҙ бер ҡасан да матди байлыҡты өҫтөн ҡуймаһа ла, ат - башҡорттоң ҡанаты, дуҫы. Кәртәһендә аты булғанда ғына күңеле бөтөн уның. Ошо йолаларыбыҙ булмышыбыҙҙы көндәлек тормошобоҙға кире ҡайтарһын ине. 
Сығанаҡ: "Киске Өфө".

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb