Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Йыһанда Урал батыр исемле йондоҙ барлыҡҡа киләсәк
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
Йыһанда Урал батыр исемле йондоҙ барлыҡҡа киләсәк
Мәскәү обсерваторияһы күк есемдәренең береһенә тарихи герой исемен бирергә ниәтләй. Ә Учалы шахтерҙарының береһе мәңгелек хазинабыҙ булған эпосты шахта төбөнә төшөп һөйләргә әҙерләнә. Был күренештәр Өфөлә үтәсәк флешмобтың бер өлөшө генә.
Башҡорт дәүләт университетының Учалы филиалы, интернеттағы «Башҡорт телен ҡәҙерләйек» төркөмө менән Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ойошторған сарала илдең төрлө мөйөштәренән һәм сит яҡтарҙан йөҙҙәрсә кеше ҡатнашыр тип көтөлә.
Флешмоб баш ҡалала 15 майҙа үтә.
Йәштәр эпостың һәр юлын ентекләп ҡабатлай һәм тамашасыларға бар тулылығында һәм тәрәнлегендә еткереү өсөн тырыша. Сөнки Урал батырҙағы һәр һүҙ артында тормош асылы, ата-бабаларыбыҙ аҡылы сағыла, халҡыбыҙҙың ижади ҡөҙрәте тупланған.
Изгелек һәм яуызлыҡ, йәшәү һәм үлем, тоғролоҡ һәм хыянат - "Урал батыр" эпосының нигеҙендә мәңгелек ҡиммәттәр ята. Был аҫыл ҡомартҡы ижад ителгән заман менән беҙҙең быуынды быуаттар айыра. Әммә бөйөк әҫәрҙәге тәғлимәттәр әлеге заманға ла ауаздаш. Йәштәр әйтеүенсә, эпосты ҡабатлаған һайын, үҙеңдә көс-ҡөҙрәт артыуын тояһың, әйтерһең дә кеше үҙенең тарихи булмышына әйләнеп ҡайта.
Уҡыу йортоноң ғалимдары әйтеүенсә, Урал батыр эпосы буйынса флешмоб үткәреү ниәте күптән тыуған була. Сөнки был аҫыл ҡомартҡыны белеү һәм быуындан-быуынға тапшырыу һәр башҡорттоң мөҡәддәс бурысы. Эпосы булған халыҡтар күп түгел һәм ошо бөйөклөктө аңлау мөһим.
"Урал батыр" эпосы - башҡорт халҡының ғына түгел, донъя мәҙәниәтенең аҫыл ҡомартҡыларының береһе. Әҫәрҙең төп фәлсәфәүи асылы - кешенең был ерҙәге тәғәйенләнеше, йәшәү һәм үлемдең мәғәнәһе, тәбиғәттең, кешелектең мәңгелек икәнен раҫлау. Сәсәниә Розалия Солтангәрева фекеренсә, Урал батыр ул башҡортлоҡ сағылышы һәм ошо тарихи милләтең паспорты менән бер.
Флешмобҡа Рәсәй төбәктәренән тыш, Венгриянан ҡунаҡтар килеүе лә көтәлә. Интернет киңлектәрендә Тель-Авив, Мәскәү, Чита һәм башҡа ҡалаларҙан ҡатнашыусыларҙың материалдары ҡуйыласаҡ. Учалы шахтерҙары мәңгелек әҫәрҙе ер ҡуйынына инеп һөйләргә уйлай. Ә бына Мәскәү обсерваторияһы йыһандағы күк есеменә Урал батыр исемен бирергә ниәтләй.
Урал батыр эпосы буйынса флешмоб 15 май көнө Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты алдындағы ошо майҙанда үтә. Тарих, тел, күңел һәм рух байрамында теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. Ситтә йәшәүселәр үҙ видеоҙмаларын интернет селтәре аша ебәрә ала.
Сығанаҡ: БЮТ сайтынан
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө