Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
“Йылдарым, йырҙарым…”
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
“Йылдарым, йырҙарым…”
Мәхмүт НӘҘЕРШИН 25 йыл сәхнәлә!
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, “Каруанһарай” фольклор-эстрада төркөмө етәксеһе Мәхмүт Нәҙершин 25 йыллыҡ ижад юбилейын ҡаршылай. Шул айҡанлы тамашасыларҙы “Йырҙарым, йылдарым” исемле концертына саҡыра.
Мәхмүт Нәҙершиндың исеме тамашасылар араһында киң билдәле.
Ул таланттарға бай Учалы районы Нәүрүз ауылында донъяға килә. Сәнғәткә ғашиҡ егет профессиональ белемде Өфө дәүләт сәнғәт академияһында ала. Унда драматик театр һәм кино актеры һөнәрен үҙләштерә. Әммә йыр-моңға булған һөйөү үҙенекен итә. Бер төркөм курсташтары Рәсүл Ҡарабулатов, Әмир Тойғонов, Вилдан Яруллин, Артур Туҡтағолов менән легендар “Каруанһарай” төркөмө төҙөйҙәр. Мәхмүт Нәҙершин йырсы булараҡ тәүге аҙымдарын ошо төркөм солисы булараҡ яһай һәм бөгөнгө көндә “Каруанһарай”ҙы етәкләй. Шулай уҡ ул башҡорт халыҡ йырҙарын заманса эшкәртеү һәм күп тауышҡа ҡуйыуҙа ҙур уңышҡа өлгәшә.
Мәхмүт Нәҙершин йырсы ғына түгел, ә күп йырҙар авторы ла. Ул ижад иткән “Ҡайҙа һеҙ башҡорт егеттәре”, “Мәк сәскәһе”, “Көҙгө мөхәббәт”, “Родной край Башкортостан” йырҙары “Каруанһарай” ҙың репертуарының төп өлөшөн тәшкил итә.
Йырлы-моңло күркәм кисәгә рәхим итегеҙ, дуҫтар!
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө