Йырҙар ҡала юлдарҙан

Йырҙар ҡала юлдарҙан
Өфө урамдарына йыр-моң, шиғри нур бөркөп йөрөгән “Әҙәби троллейбус”ҡа кешеләр хәҙер күнегеп тә бара шикелле. Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы менән берлектә Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте ойошторған был сараны республикабыҙҙың гәзит-журналдары күтәреп алды.
“Башҡортостан” гәзитенең шиғриәт һәм йыр-моң тулы троллейбустағы сә­фәре Мә­жит Ғафури исемендәге Баш­ҡорт дәүләт академия драма театры алдындағы халыҡ шағирының һәйкә­ленә сәскә һалыуҙан башланды. Баҫ­маның баш мөхәррире Нияз Сә­лимов Мәжит Ғафуриҙың шиғырын уҡып, сәфәргә шағир фатихаһын бирҙе:
– Бер аҙым алға баҫам да
Әйләнәм мин артыма.
Ҡайҙа баҫҡандар икән тип,
Күҙ һаламын халҡыма.
“Башҡортостан” гәзите Әҙә­биәт йылына һәм Бөйөк Еңеү­ҙең 70 йыл­лы­ғына арнап фо­то­күргәҙмә ойошторҙо, “Әҙәби нағыш” марафонын даими яҡ­тыртып бара. Ғөмү­мән, баҫмабыҙ рухи тормош менән ҡайнап йәшәй, сөнки ун­да халыҡтың асылы, йәне сағыла. Кү­ңел байлығыбыҙҙы юғалт­маһаҡ, ки­лә­сәгебеҙҙе яҡ­тыртҡан өмөт усағы һүнмәҫ. 
Театрҙың директоры Олег Ханов гә­зит хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтен бел­дерҙе:
– Һеҙ халҡыбыҙҙы сәнғәт усағына йәлеп итәһегеҙ. “Баш­ҡортостан” – ру­хиәте­беҙ­ҙең көҙгөһө, умыртҡа һө­йә­ге. Үҙенең биттәрендә ар­тис­тарыбыҙ­ҙың тормошо, ижади ҡаҙаныштары тура­һын­да халыҡҡа еткереп тора. Рәхмәт һеҙгә! Ә беҙ иһә гә­зит­тән айырыл­май­быҙ. Вәғәҙә итеп әйтәм, театрға 10 да­на “Баш­ҡортостан” яҙҙыра­саҡ­быҙ.
Башҡортостандың халыҡ артисы, данлыҡлы ҡурайсы Роберт Юлдашевтың илаһи ҡу­рай моңон, Башҡортостан­дың атҡаҙанған артисы, һан­дуғас тауышлы Сәйҙә Илья­со­ваның ҡобайырын тың­ла­ғандан һуң, Олег Ханов Башҡортостан Яҙыу­сы­лар сою­зы идараһы рәйесе урын­ба­ҫары Спартак Ильясов менән Мә­жит Ғафуриҙың һәйкә­ленә сәскә һалды.
Шиғыр һәм йыр менән лы­ҡа тулы трол­лейбус, ҡанат­лы тол­пар кеүек, еңел генә ҡуҙ­ғалып китте. Моң “каре­та”­һының хужабикәһе – “Баш­ҡорт­остан” гәзитенең әҙә­биәт һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире, шағирә Лариса Абдуллина “дилбегә”не ҡулына алып, тәүге туҡталышта уҡ салонға эркелгән пас­са­жир­ҙарҙы сәләмләп ҡаршыланы. Бер аҙҙан күңелде сихри моң сорнап алды. Юлдашыбыҙ, Башҡортостандың атҡаҙан­ған артисы Радик Динәх­мәтов баш­ҡарған йырҙарҙы ләззәт­ләнеп тың­ланы халыҡ. Ул киң билдәле “Күр­ше хаҡы”, “Әлдә һин бар әле донъя­ла!”, “Мандолина” ке­үек йырҙарын башҡарғанда бөтөн салон ҡушылды.
Һалдат кейемендәге Сәй­ҙә Ильясо­ва моң усағына ҡеүәт өҫтәп ебәрҙе. Уның хәрби хәбәрселәр, һуғыш тура­һын­дағы йырҙары ал­ҡыш­тарға кү­мел­де, “Катю­ша”ны тың­ла­ған­да күңел “күҙ­ҙәре”нә йәш төйөлдө.
Республикабыҙҙың талантлы шағи­рәләре Зөлфиә Ханнанова менән Лариса Абдуллинаның һағышлы ли­ри­ка­һы йәнде наҙланы, фәл­сәфәүи шиғырҙары йөрәкте тетрәтте. Зөлфиә балаларҙы күстәнәстәре менән ҡыуан­дырһа, Лариса атаҡлы Мос­тай Кә­рим­дең китаптарын бүләк итте. Әйткәндәй, был китап­тарҙы шағирҙың ҡыҙы Әл­фиә апай инселәгән. Уға ихлас рәхмә­тебеҙҙе етке­рәбеҙ!
Бүләк тигәндән, күптән тү­гел Радик Динәхмәтов “Кеше” тигән китап баҫ­тыр­ғайны. Унда күренекле башҡорт һәм татар шағирҙарының, талант­лы йәштәрҙең әҫәрҙәре туп­ланған. Радик уларҙы “карета”ның күсере (водитель) Камил Хәтмуллин менән кондуктор Радик Мона­си­пов­ҡа, шулай уҡ моң­ло юлдаштарына сәфәр иҫтә­леге итеп тапшырҙы.
Юлда төрлө ҡыҙыҡ-мыҙыҡ хәлдәр булғыланы: Валенти­на Тимерханова исем­ле пассажир, йырлап килә торғас, туҡталышын үтеп киткән. Эсе бош­ма­ны быға, Черниковканы урап килде. “Әлдә туҡта­лыш­ты үтеп киткәнмен, күңелем бушап ҡалды. Рәхәтләнеп бер йырланым”, – тине апай.
Эйе, донъяла төрлө туҡ­талыштар бар: үтеп киткән йә һуңлап килгән саҡтар ҙа булыр. Ләкин моң туҡта­лы­шын уҙып китергә яҙмаһын!
Автор: Салауат ӘБҮЗӘРОВ.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb