Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Йырсы Ғәлиә Солтанованың юбилей кисәһе үтәсәк
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йәкшәмбе, 11 март 2012
Йырсы Ғәлиә Солтанованың юбилей кисәһе үтәсәк
Ошо көндәрҙә Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, үҙенсәлекле тауышлы йырсы Ғәлиә Солтановаға 75 йәш тулды.
21 мартта, Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында йырсының юбилейына арналған матур тамаша үтәсәк.
Ғәлиә Солтанованың моң сығанағы Әй буйҙарына барып тоташа. Нәсибаш урта мәктәбендә уҡып йөрөгәндә, ул төрлө концерттарҙа ҡатнаша. Аҙаҡ йырсы булыу хыялы уны Өфөгә, Свердловск, Мәскәү ҡалаларына уҡырға алып китә. Уҡыуын тамамлағас, йәш йырсы опера театрында, филармонияла эшләй, сәнғәт училищеһында уҡытыусы була. Йыр юлдары уны халыҡҡа, алыҫ сәфәрҙәргә лә саҡыра.
Ғәлиә Солтанова халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы ғына түгел, композиторҙарыбыҙ әҫәрҙәрен дә актив пропагандалаусы, күп көйҙәрҙең тәүге башҡарыусыһы ла була. З.Исмәғилевтың «Салауат Юлаев» операһында Әминә ролен, Н.Йыһановтың «Алтынсәс» операһында Алтынсәс партияһын башҡара. Ғәлиә Солтанова башҡарыуында Х.Әхмәтовтың «Замандаштар» операһынан Бибинур арияһын да тулҡынланмай ғына тыңлау мөмкин түгел.
Ғәлиә Солтанованың йырсы булып китеүендә атаҡлы композиторыбыҙ Хөсәйен Әхмәтовтың хеҙмәте ҙур. Уға артабан уҡыуын дауам итеүҙә, йырсы булараҡ үҫеүҙәике аралағы ижади дуҫлыҡ ныҡ ярҙам итә. Ғ.Солтанова үҙ сиратында композиторҙың бик күп әҫәрҙәрен беренсе булып халыҡҡа алып сыға.
Уның сылтырап торған тауышы, үҙ моңо, йылдар үтә торһа ла, үҙ көсөндә, үҙ төҫөндә яңғырай. Ғәлиә Солтанованы бер кем менән дә бутарға мөмкин түгел.
Әй буйынан башланған һуҡмаҡ илебеҙҙең күп урындарын урап ҡайтты. Ғәлиә Солтанованың тауышын Монголияла ла, Финляндияла ла яратып тыңланылар. Ҡайҙа ғына йөрөһә лә, йырсы көй-моң тыңлап, тыуған яғына күстәнәс итеп яңы йырҙар алып ҡайта.
Кисәлә йырсының сәхнәләш, моңландырғыс дуҫтары Шамил Хәмәҙинуров, Ришат Рәхимов, Тамара Хажиева, Гөлсөм Хәбибуллина, Венера Искәндәрова, Әбүзәр Мөхәмәтйәров, Тәнзилә Үҙәнбаева, Фәдис Ғәниев, Лилиә Биктимерова, Нурия Ирсаева, Редик Фәсхетдинов, Әнисә Яхина һәм башҡа бик күп артистар ҡатнаша.
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө