Декабрь баштарында популяр «Харис...» ты ҙур марафон көтә:
3 декабрь - Илеш районы үҙәге Үрге Йәркәй,Тамашасы "Йүгер, Харис, йүгер...» премьера спектакленән бөткөһөҙ донъя мәшәҡәттәренән арынып, ял итеп, уйланып, ун йылға йәшәреп таралыша. Эсфир Йәһүҙин пьесаһы буйынса был комедияны сәхнәгә ҡуйыусы - Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмиров. Комик ролдәрҙе үҙе лә ғәйәт оҫта башҡарған билдәле артист спектаклендә лә ошо рухты һаҡлаған: комедия сюжеты, ҡуйылышы, сәхнә биҙәлеше, сағыу кейемдәре, музыкаһы менән берсә күңелле француз комедияларын, берсә мөхәббәт «дүртмөйөш»өнә ҡоролған еңел америка фильмдарын хәтерләтә. Ролдәрҙә - Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Ирек.Булатов, Алһыу Ғәлина, Гөлфиә Рафиҡова, Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Артур Ҡунаҡбаев, Фирғәт Ғарипов, Руслан Ғәлимов...