«Нефтсе» мәҙәниәт һарайында «Йәйғор – дуҫлыҡ күпере» исемле үҙенсәлекле концерт үтә. Тамашаны «Каруанһарай» фольклор-эстрада төркөмө, «Ялла» вокаль-инструменталь ансамбле һәм «Салауат» йыр театры әҙерләгән.
Концерт 29 февралдә һәм 1 мартта «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында, ә 2 мартта Стәрлетамаҡ ҡалаһының мәҙәниәт һарайында үтәсәк.
Бынан 20 йыл элек, йәғни 1992 йылда «Каруанһарай» һәм «Ялла» йырсылары «Азия тауышы» тигән халыҡ-ара музыкаль конкурста таныша, шунан бирле ике аралағы дуҫлыҡ ошо көнгәсә дауам итә. Шунда улар берлектә күңелле кисә үткәреү хаҡында һүҙ ҡуйыша. Мәҫәлән, 1998 йылда Фәррух Закиров ижадташ дуҫтарын Үзбәкстанға саҡырҙы, Сәмәрҡәндтә мосолмандар башҡорт йырҙарын тыңлап кинәнде. Алты йылдан һуң «Ялла» егеттәре Өфөгә килде. Унда уларға Татарстандан Салауат Фәтхетдинов та ҡушылды.Ошо дуҫлыҡтың дауамы булараҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Татарстандың халыҡ артисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, танылған йырсы Салауат Фәтхетдинов «Йәйғор – дуҫлыҡ күпере» проектын тәҡдим итте. Шул көндән башлап, был өсәүҙең дуҫлыҡ ептәре нығынғандан-нығына.Өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары өсөн әҙерләнгән концертта «Каруанһарай» төркөмө тәүге составында сығыш яһаясаҡ. Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Туҡтағолов, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Әмир Тойғонов, Вилдан Яруллин, Мәхмүт Нәҙершин, элеккеләренән тыш, яңы йырҙарын да башҡарасаҡ. Татарстандың халыҡ артисы Салауат Фәтхетдиновтың да һәр сығышы һоҡланғыс. «Ялла»ла 33 йыл инде шул уҡ йырсылар йырлап йөрөй. Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм Тажикстан республикаларының халыҡ артисы Фәррух Закиров, шулай уҡ Аббос Алиев, Джавлон Тахтаев һәм Алишер Түләгәнов «Өс ҡоҙоҡ», «Шахрисабз», «Джиннуни» йырҙарын яңғыратасаҡ.
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы