Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Йәмле ғаиләләр – йәмғиәттең биҙәге!
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шаршамбы, 05 июнь 2013
Йәмле ғаиләләр – йәмғиәттең биҙәге!
Пенза ҡалаһында “Волга буйының уңышлы ғаиләһе – 2013” тип аталған беренсе округ фестиваль-конкурсы тамамланды.
Фестивалдә Волга буйы округынан барлығы 25 ғаилә ҡатнашты. Шул иҫәптән Башҡортостан республикаһы намыҫын был йәмле бәйгелә ике ғаилә- Мөхәмәтйәровтар һәм Ғәзизовтар яҡланы. Һөҙөмтәлә, тәүге ғаилә өсөнсө урынға лайыҡ булһа, Ғәзизовтар ғаиләһе “Интернациональ ғаилә” номинацияһында еңеп сыҡты.
Был мәртәбәле бәйгелә ҡатнашып, өсөнсө урынға лайыҡ булған Мөхәмәтйәровтар ғаиләһе башлығы Әлмир конкурс тураһында:
- Һәр ғаилә 7 минуттан торған “визитка” менән сығыш яһаны. Шул ваҡыт эсендә үҙ ғаиләң, ҡыҙыҡһыныуҙарың, ғаиләңдең тормош рәүеше менән таныштырып, тамашасы күңелен әсир итергә тейеш инең. Ғөмүмән, бәйге бик матур үтте. Яңы дуҫтар таптыҡ. Һәм иң мөһиме - ҡатнашыусылар араһындағы мөхит шул тиклем йылы мөнәсәбәт, мөғәмәләгә ҡоролған ине. Беҙ иң әҙ балалы ғаилә булдыҡ (көлә), сөнки унда башҡа төбәктәрҙән утыҙар бала ҡараған ҡатнашыусылар булды. Миңә, айырыуса, яҡташтарыбыҙ – Ғәзизовтарҙың сығыштары бик оҡшаны. Әгәр ошо ише фестиваль, конкурстар йышыраҡ ойошторолоп торһа, уйлауымса, йәмғиәтте бар иткән сәләмәт ғаиләләрҙең һаны ла күпкә күберәк булыр ине, - ти.
“Уңышлы ғаилә” – РФ президентының Волга буйы федераль округында тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Викторович Бабич ярҙамында бойомға ашырылған мөһим проекттарҙың береһе. Проекттың маҡсаты – ғаилә, күп балалаы ата-әсәйҙәрҙең абруйын арттырыу, ыңғай тәжрибәне башҡаларға күрһәтеү.
Сығанаҡ: "Шоңҡар" журналынан
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө