“Йәнкиҫәк”кәй Өфөгә килә

“Йәнкиҫәк”кәй Өфөгә килә
19 апрелдә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Сибай башҡорт драма театры коллективы “Йәнкиҫәк” (“Бер ғүмер тарихы”) тип аталған спектакль күрһәтәсәк. Уның авторы — күренекле яҙыусы,
М. Өмөтбаев һәм З. Биишева исемендәге премиялар лауреаты, ғалим Тимерғәле Килмөхәмәтов, ҡуйыусы режиссеры — Илсур Ҡаҙаҡбаев, композиторы — Илшат Яхин, рәссамы — Айнур Юнысбаев.
Төп ролдәрҙе Вадим Ғилманов менән Залина Сөләй­мәнова, Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Сәйфуллин башҡара. Шулай уҡ халыҡ артис­тары Юнир Ғәйнуллин, Әлфирә Ғәлләмова, йәш актерҙар Айгөл Зәйнуллина, Урал Зәйнуллин, Салауат Вәлиев, Марат Амантаев, Юнир Мансуров ҡатнаша. Театрҙың художество етәксеһе, белеүе­беҙсә, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Дамир Ғәлимов.
Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған спек­таклдең премьераһы Сибайҙа былтыр 29 – 30 сентябрҙә үткәйне. Әйткәндәй, ҙур уңыш ҡаҙанды ул. Баймаҡ ҡалаһында, Әбйәлилдә, Хәйбуллала ла был спектакль аншлаг менән барҙы.
Театр коллективының ошо сығышы тураһында республика матбуғатында ыңғай рецензиялар байтаҡ баҫылып сыҡты. Сибайҙа “Йәнкиҫәк”тең премьераһын ҡараған тамашасыларҙың фекерҙәрен килтерәбеҙ.
Ҡәҙим Аралбаев, Башҡортостандың халыҡ шағи­ры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты:
– Маҡтаулы театрҙың яңы спектакле ғәжәп халыҡсан һәм бай йөкмәткеле. Был тема бөгөн бик әһәмиәтле. Тамашасы уны ихлас ҡабул итте. Зал шығырым тулы. Төрлө йәштәге кешеләр килгәйне. Улар йә тып-тын ҡалып, йә берҙәм ҡул сабып ҡараны тамашаны.
Ҡорҙашым, ҡәләмдәшем Ти­мерғәле Килмөхәмәтов тормош дөрөҫлөгөн шымартмаған, уның әрнеүле яҡтарын да асып бирергә өлгәшкән. Йәш режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев, композитор Илшат Яхин, рәссам Айнур Юнысбаев зауыҡлы, тулҡын­лан­дырғыс драматик сәхнә әҫә­ре ижад иткән.
Театрҙың был яңы спектакле – Бөйөк Еңеүҙең 70 йыл­лығына лайыҡлы бүләк. 
Рәмзиә Юламанова, тамашасы:
– Тимерғәле Әбделғәлим улы “Йәнкиҫәк” пьесаһын тәрән ки­серештәр менән, илһамланып ижад итте. Быға мин үҙем ша­һит. Автор, атаһы һуғышта һәләк булғас, инәһе ҡарамағында үҫкән. Тормош ауырлыҡтарын күп татыған, атайһыҙлыҡты, кәмһетелеүҙәрҙе күп кисергән кеше. Һынауҙарҙы күтәрә-күтәрә оло бәхеткә ирешкән Миңйы­һандың һәм улы Санъ­ярҙың (пьесаның төп геройҙары), һуғыш арҡа­һында тол ҡалған ауыл ҡатындарының, атайһыҙ үҫкән малайҙарҙың яҙмышы тетрәндерә лә, ғорурлыҡ та уята. Һуғыштың ни тиклем аяуһыҙ, кешелекһеҙ, ҡанһыҙ икәнлеге, ябай халыҡтың рухи ныҡлығы, берҙәмлеге шул тиклем үтеп керә күңелгә.
“Йәнкиҫәк” спектакле күңелде таҙарта, рухты күтәрә, оло һабаҡ бирә тамашасыға. Уны ҡарағас, күҙ йәштәрен һөртә-һөртә, берсә рухың байығып, берсә күңелең тулып, саф һауаға, сыуаҡ көнгә килеп сығаһың. Үҙ алдыңа бер һүҙҙе ҡабатлайһың: “Хоҙай Тәғәлә, илемә, халҡыма башҡаса һуғыш күрһәтмә!”
Хөрмәтле дуҫтар, гәзит уҡыусылар, замандаштар! Йәштәр театрына килегеҙ! Сибай артистары һеҙҙе “Йәнкиҫәк” спектакленә саҡыра. Күркәм тамашанан ситтә ҡалмағыҙ! Спектакль 19 апрелдә киске сәғәт 6-ла башлана.
Автор: А. АБҘАҠОВ.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb