Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Йәш ижадсының үҙ һүҙе
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
Йәш ижадсының үҙ һүҙе
Рәсәйҙәге һәм Башҡортостандағы Әҙәбиәт йылын күптәр былтырғы Мәҙәниәт йылының дауамы булараҡ ҡабул итте. Бигерәк тә үҙҙәре ҡәләм тирбәткәндәр исемле йылға ҙур өмөт бағлай, ижадының ташҡа баҫылып сығыуын теләй, шулай уҡ китап уҡыусыларҙың артырыуы хаҡында хыяллана. Һөнәре буйынса башланғыс кластар уҡытыусыһы, өс балаға әсәй булған китап авторы Рәмилә Торомтаева быйылғы йылдан нимәләр көтә икән? Һүҙҙе уға бирәйек.
— Һәр кешенең китап уҡыу даирәһен билдәләүҙә, зауығын үҫтереүҙә башҡарылаһы эштәр бер генә йыл эсенә, әлбиттә, һыймаясаҡ. Әммә йәмғиәтте дәррәү китап уҡыуға ылыҡтырыу өсөн был отошло булмаҡсы. Һәр хәлдә мин шуға өмөт итәм. Нисек кенә әйтһәк тә, әҙәбиәт, тәү сиратта, ул – китап, һәм, әйтергә кәрәк, яҡшы әҙәбиәт — ул да яҡшы китап.
Үҙемдең ижадыма шәхсән килгәндә, 2008 йылда ғына яҙа башланым, хикәйәләрем бер-бер артлы төрлө матбуғат сараларында баҫыла барҙы. “Йәш тауыштар серияһы”нда тәүге “Тамғалы кейеҙ” исемле китабым сыҡты.
Ижадыма етди ҡарайым, яңы сюжеттар эҙләйем, әлегә күңелемдә йөрөгән геройҙарымдың холоҡ-фиғелен билдәләргә маташам, ҡайһылары, өйрәнеп тә өлгөрмәйем, юҡҡа сыға...
Әҙәбиәт йылы күңелгә илһам килтерер, яңы әҫәрҙәргә нигеҙ һалыр, үҙенсәлекле образдар тыуҙырыр тигән теләктәмен. Кем белә, бәлки, яңы китабымды ла ҡулыма алыу бәхетен татырмын.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Башҡортостандың халыҡ артисы Минзилә Ҡотошова юбилейын спектакль һәм гастролдәр менән билдәләй
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт ҡурсаҡ театры спектаклдәрҙе насар күргән һәм һуҡыр балалар өсөн ҡулайлаштыра
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова «Еңеү йыры» флешмобын иғлан итте
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө